Башҡортостанға ҡабаттан эҫе көндәр ҡайта

Синоптиктар билдәләүенсә, ямғырҙар тиҙҙән туҡтаясаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанға ҡабаттан эҫе көндәр ҡайтаБашҡортостанға ҡабаттан эҫе көндәр ҡайта
Башҡортостанға ҡабаттан эҫе көндәр ҡайта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, июндең тәүге ун көнөндә ҡулайлы һауа торошо һаҡлана. Төнөн һауа температураһы +10…+15 градус кимәлендә булһа, көндөҙ  +20…+25 градусҡа тиклем йылынасаҡ.

Айҙың икенсе һәм өсөнсө ун көнлөгөндә иһә республика халҡын ысын һауа торошо сюрпризы көтә. 11 июндән төбәктә йәйге эҫелек урынлашасаҡ: термометр бағанаһы +28 градусҡа етәсәк. Был осор яуым-төшөмдәрҙең бөтөнләй булмауы менән айырылып торасаҡ — синоптиктар баһалауынса, ҡоро һәм ҡояшлы һауа торошо июнь аҙағына тиклем һаҡланасаҡ. Башҡортостанда йәй йәнләнә башлай, һәм ямғырлы көндәрҙән һуң төбәкте оҙайлы йылы осор көтә.

Июль айына ҡарата фараз да ошо эҫелектең дауам итеүен вәғәҙәләй. Ә бына август, Росгидромет баһалауынса, 65–70% ихтималлыҡ менән үҙенең климатик нормаһына ҡайтасаҡ йәки ғәҙәттәгенән бер аҙ йылыраҡ буласаҡ.

Автор:Гөлнара Солтанова