Республика табиптары мөғжизә яһаны

Ҡатмарлы процедура әсәгә балаһын иҫән-һау табырға ярҙам итте

Республика табиптары мөғжизә яһаныРеспублика табиптары мөғжизә яһаны
Республика табиптары мөғжизә яһаны

Республика перинаталь үҙәге табиптары 34 аҙналыҡ сабыйға аналыҡ эсендә ҡан бирҙе. Был ҡатмарлы процедура, ул табиптарҙың юғары оҫталығын һәм медицинаның алдынғы ысулдарын ҡулланыуҙы талап итә. Беҙҙең перинаталь үҙәк бындай осраҡтағы кәрәкле бөтә нәмәгә эйә.  Ҡан биреү гемолитик сир арҡаһында талап ителә. Йөклө ҡатындың ҡанындағы резус сабыйҙағы ҡан менән тура килмәүе арҡаһында иммун ауырыу башлана. Кислород етешмәй, бөтә ағзалар, тәү сиратта баш мейеһе зыян күрә. Юғары технологиялы процедура ярҙамында сабыйҙың хәлен тотороҡландырыу һәм йөклөлөктө оҙайтыу мөмкин була, шулай итеп, уға оптималь ваҡытта донъяға килеү мөмкинлеге бирелә.

Былакушер-гинеколог, трансфузиолог, анестезиолог, ультратауыш диагностикаһы белгесе һәм башҡа табиптарҙың ҙур эше һөҙөмтәһе. Сабый донъяға килгән дә инде. Ул да, әсә лә үҙен яҡшы тоя.

 

 Фото Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас