"Мурзик тере!"

"Ғәләмәт донъя"ға килгән был хат менән дә бүлешәбеҙ.

"Мурзик тере!""Мурзик тере!"
"Мурзик тере!"

Аноним. Үҙемдең тормоштан бер ваҡиғаны яҙам. Минең тормош иптәшем һуғышта булғанда, шундай ҙа ҡыйын ине, ашау ашау түгел, йоҡо йоҡо түгел, гел уны уйлап тик йөрөйөм. Телефонда "в сети" тигәнде күрһәм инде лә ҡыуанам! Бер заман ул юҡ та юҡ, юҡ та юҡ. Военкоматҡа барҙым, көтөгөҙ, тиҙәр, башҡа бер нимә әйтмәйҙәр. Ҡайғырып йөрөгәндә гостиный дворҙа автобус көтөп торам. Алдыма бер егет килеп баҫты. Арты менән тора. Мурзик живой, тимәһенме! Ә минең иремдең өйҙәге ҡушаматы Мурзик! Тертләп киттем, өмөт менән егеткә ҡараным. Ә ул, а чё с ним случится, второй же всего этаж, спать не дает, орет, тип һүҙен дауам итә. Наушникта телефон аша кем менәндер һөйләшкәнен аңланым. Кастрирую я его, тигәйне, ниңәлер көлкөм дә, илағым да килде. Бесәйҙе лә йәлләнем. Өйгә ҡайтып, ашарға бешереп йөрөһәм, ят номер. Алмаҫҡа иттем тәүҙә. Шылтырата ла, шылтырата. Шунан алдым. Алло, ниңә телефонды алмайһың, тигән тауышты ишетеп, илап ебәрҙем, башым әйләнде ҡыуаныстан - ирем ине. . Яраланған, госпиталгә эләккән.Операциянан айыныу менән кеше телефонынан шылтыратам ти. Мин бер-ике сәғәт элек кенә остановкала Мурзик живой тип әйттеләр тинем, аптырай, аңламаным ти. Һөйләп бирҙем. һине кастрировать итәм тине тигәйнем, Алла һаҡлаһын, тип көлә. Мин һиңә тағы бәпәй ҙәр эшләйем, ҡайтайым ғына тип көлгән була. Үҙенең хәле лә юҡ. Икенсе көндө үк эштән отгулдар алып, балаларҙы апайыма ҡалдырып, янына остом. Палатаға барып индем. Ул мине күргәс әллә нимэшлэп юғалып ҡалдымы шул. Аяҡҡынахы... Түгелеп иланым. Ул да илай. Уны ошо килеш күреүе ныҡ ҡыйын булды. Аҙаҡ кире ҡайтып, отпускымды алып, кире янына барҙым. Беҙ бер беребеҙгә бер ҡасан да яратам тип әйтмәнек, сюсюкать иткәнде үҙем дә яратмайым. Шунда госпиталдә ул миңә беренсе тапҡыр шундай итеп ҡараны, мин уның яратыуын аңланым. Ул йөрәге менән һинең йөрәкте иркәләгән һымаҡ була икән. Уны әйтеп тә булмай нисек икәнен, бөтә тәнең сәскәгә күмелгән кеуекме шул.Һуғышҡа тиклем мин дә уны яратаммы юҡмы икәнен ысынын әйткәндә белмәнем, йәшәп тик яттыҡ балалар үҫтереп, эшләп. Ә хәҙер мин унһыҙ йәшәй ҙә алмайым. Нисек шулай бер беребеҙҙе ипләп күрмәй ҙә йәшәнек икән. Кемдең ире, улы һуғышта йөрөй, һау ғына килеш ҡайтһындар! Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ булһа ла тик ҡайтһындар ғына. Бәхетле булығыҙ! Амин! Остановкала торғанда әллә осраҡлы шулай тап килдеме, әллә егет аша мине өҫтән иҫкәрттеләрме, һөйөнсөләп, ләкин Мурзик живой тигән һүҙ мине терелтте. Ғәләмәт бит "Ғәләмәт донъя!"?

https://max.ru/join/jK7uiVbWrZYyGwd-_0tVSodgr06Sz2f6-z1z-uEDuBY

Фото: ИИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас