Килешеүгә ҡул ҡуйылды

4 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «Напитки Вместе» компанияһының генераль директоры Николай Тюрников хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Килешеүгә ҡул ҡуйылдыКилешеүгә ҡул ҡуйылды
Килешеүгә ҡул ҡуйылды

 

Документ төбәктә һыра ҡайнатыу һәм алкоголһеҙ продукция етештереүҙе үҫтереүҙе, социаль яуаплылыҡ өлкәһендә инвестиция проекттарын һәм берлектәге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.

 Предприятиела төрлө һауыттарҙа – быяла шешәләрҙә, алюминий банкаларҙа, кегтарҙа һәм ПЭТ -шешәләрҙә бөтәһе 60-тан ашыу төр эсемлек сығарыла.

Осрашыуҙа Николай Тюрников Өфө заводында ошо көнгә тиклем 312 мең гектолитр эсемлек етештерелеүен билдәләне һәм етештерелгән продукция номенклатураһын артабан киңәйтеү хаҡында һөйләне. Төбәк етәксеһе компания етәкселегенә инвестиция программаһының яҡшы темптары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәткәндәре һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы хеҙмәт шарттары булдырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина