Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа БАЯЗИТОВАҒА 75 йәш!

Бар ғүмерен Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына арнаған шәхесебеҙҙе ғүмер байрамы менән ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Юбилей уңайынан гәзитебеҙҙә "Әсәнән күргән - тун бескән" рубрикаһында донъя күргән әңгәмәнән өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Унда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Аида Күлбаева әсәһе тураһында бәйән итә.  

Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа БАЯЗИТОВАҒА 75 йәш!Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа БАЯЗИТОВАҒА 75 йәш!
Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа БАЯЗИТОВАҒА 75 йәш!

– Артист ҡыҙы булыу ауырмы? Бала сағың нисек үтте?
– Ғаиләлә игеҙәк йәки апалы-һеңлеле ҡыҙҙарҙың булыуы һәйбәт. Был яҡтан бик бәхетлемен: игеҙәгем Әлиә бар. Әрләшһәк тә, һүҙгә килһәк тә, бер-беребеҙгә терәк булып, дуҫ йәшәнек. Уның менән сәхнә арты тормошоноң күңелле ваҡиғаларын да, ауырлығын да, матурлығын да күреп үҫтек. Оҙайлы гастролдәр ваҡытында әсәйемдең туғандарында йәшәнек. Улар – бер туған ете бала, барыһы ла Башҡортостандың көньяҡ райондарында йәшәй. Шуға күрә, беҙ йөрөмәгән балалар баҡсаһы, уҡымаған мәктәп ҡалманы, тип көлөшөп тә алабыҙ. Тик был мәшәҡәттәрҙе ғәҙәти хәл тип ҡабул иттек. Ҡайһы бер йылдарҙа әсәй гастролгә беҙҙе лә алып сыға торғайны, ярты Башҡортостанды тап шул саҡта уҡ күреп белдек. Пермь крайына ла барырға тура килде. Үҫә килә, әсәй­ҙең оҙайлы сәфәрҙәре ваҡытында икәүләшеп кенә донъя көттөк, үҙаллы булып үҫтек. Тормошта үҙ һөнәребеҙҙе, күңелгә яҡын шөғөлдө эҙләп, Әлиә менән ниндәй генә түңәрәктәргә йөрөмәнек. Бейеү, гитара, һынлы сәнғәт, ҡул эштәре, йөҙөү менән шөғөлләндек, йәш экологтар ойошмаһына йөрөнөк. Ваҡыт менән бергә ул ҡыҙыҡһыныу­ҙар ҙа үтте, 9-сы кластан һуң бейеү менән генә шөғөлләндем. Хатта, театр бүлегенә уҡырға инә ал­маһам, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының бейеү бүлегенә уҡырға барырға тигән маҡсат та бар ине.

– Бала саҡта берәй спектаклдә уйнарға тура килдеме? Сәхнәгә ҡасан тартыла башланың?
– Бер тапҡыр ғына бөтә театр артис­тарының балалары менән “Башҡорт ту­йы” драмаһында күмәк сәхнәлә ҡатнаштыҡ. Арыҫлан Йән­бәков, Ирек Дәүләтбаев, Алиса Мостафина, хатта Рәмилә апай Сәлим­гә­рәеваның йәше лә тулмаған ҡыҙы Айһылыу ҡатнашты унда. Фотолар һаман да ғаилә архивында һаҡлана. Ә актриса булыу хаҡында 15 йәштәрҙә генә уйлана башланым. Уға тиклем уҡытыусы йәки ветеринар булырға хыялландым. Йәнлектәрҙе яраттыҡ, Әлиә хатта студент йылдарында ла балыҡ, алйырҙан тотто. Театр факультетына уҡырға барыр­ға теләк белдергәс, әсәй беҙгә: “Ауыр буласағын аңлайһығыҙ, үҙегеҙ күреп үҫтегеҙ. Аңлы рәүештә бараһығыҙ икән, минең йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ!”– тине. Мин һаман да уның һүҙен тоторға тырышып йәшәйем, үҙемә үҙем юғары талаптар ҡуям. Зифа Баязитованың ҡыҙы насар актриса булырға тейеш түгел.

– Әсәй булараҡ, Зифа апай­ҙың характерындағы иң күркәм ниндәй өс һыҙатты билдәләп үтер инең?
– Тәү сиратта ул – сабыр һәм түҙемле кеше. Атайыбыҙ мәрхүм булып, тол ҡалғас, ул беҙҙе, өс баланы, яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы, белем алыр­ға ярҙам итте. Йәшләй генә ағайыбыҙ ҙа яҡты донъя­нан китеп барҙы. Яҙмыштың ошондай ауыр һынауҙары алдында ла ул бөгөлөп төшмәне, үҙендә йылмайып йәшәргә көс тапты. Икенсе сифаты – беҙҙең өсөн өҙөлөп тороуы. Әсәйҙең әрләгәнен хәтерләмәйем. Беҙ – яратылып үҫкән балалар. Шул уҡ ваҡытта тыңлаусан һәм әҙәпле булып үҫтек. Унан бер аҙ ҡурҡа ла торғайныҡ.
Һәм тағы ла уның унған хужабикә булыуын билдәләр инем. Әсәйем ҡул эшенә оҫта: бәйләй ҙә, тегә лә, сигеү менән дә мауыға. Баҡсаһы уңа, ә бешергән аш-һыуы телеңде йоторлоҡ тәмле була. Ҡыш­ҡы­лыҡҡа әҙерләгән ҡайнатмалары һәм салаттары өс ғаиләгә етә. Етмеште үткән ҡатын, тип уны бер кем дә әйтә алмаҫ, һәр ваҡыт эш менән мәшғүл.

– Ике актриса – әсәй менән ҡыҙ бер-береһен тәнҡитләйме?
– Спектаклдәрҙе әсәйем ҡарарын белһәм, ныҡ тул­ҡынланам. Ул уйнағанымды бер ваҡытта ла тәнҡитләмәй, нимәлер килеп сыҡмаһа, аҡларға тырыша, кәңәштәр бирә, уңышлы ролдәр өсөн ҡыуана. Икебеҙҙе лә яҡшы белгән кешеләр, әсәйеңә оҡшағанһың, ти. Был минең өсөн иң ҙур баһа. Сөнки ул – минең өсөн эталон, өлгө. Уның башҡарыуындағы иң яратҡан образ – “Баш­ма­ғым” комедияһындағы Йы­һан ҡарсыҡ. Тамашасы­лар уны ныҡ ярата, ә мин уның ҡыҙы булыуым менән ғорурланам.

– Тормошоңдо сәнғәт кешеһе менән бәйләүеңә әсәйең ҡаршы килмәнеме?
– Ябай кешеләр күп ваҡытта сәхнә кешеһенең тормошон аңлай алмай. Әсәйемә, ябай ауылда, ябай ғаиләлә үҫкән ҡыҙға, артист булып китеүе ауырға тура килә. Миңә ул яҡтан күпкә еңелерәк. Тәү сиратта һөнәремде аңлаған әсәйем һәм игеҙәгем Әлиә бар. Мәсәлим миңә тәҡдим яһағас (Милли йәштәр театрының рус труппаһы режиссеры – авт.), кейәүгә сығыуыма әсәйем аңлы рәүештә: “Бер-берегеҙҙе аң­лап, ауырлыҡтарҙы уртаҡ күтәреп йәшәүе еңел булыр”, – тип ризалығын бирҙе, хатта шатланды. Сөнки Әлиә тап ире риза булмаған өсөн театр­ҙа эшләмәй. Мәсәлим үҙе лә тыныс холоҡло кеше, әсәйем менән тиҙ уртаҡ тел тапты.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас