

Рәсәй ЭЭМ Шишмә районы буйынса бүлегенә медицина учреждениеһынан 30 йәшлек ҡатындың ҡабырғалары һыныуы, башы һәм ҡорһағы йәрәхәтләнеүе тураһында хәбәр килә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, йәрәхәтләнгән көндө ул үҙенең тормош иптәше менән Сәфәр ауылында таныштарында ҡунаҡта булған. Бергәләп спиртлы эсемлектәр эскән саҡта ҡатын-ҡыҙҙар араһында көнсөллөк арҡаһында бәхәс башлана. 28 йәшлек йорт хужабикәһе ҡунаҡты үҙенең тормош иптәшенә көнләшеп, уны туҡмай. Туҡмалған ҡатын медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итмәй.
Икенсе көндө улар эскене дауам итә. Ғәйепләнеүсе, ҡунаҡтың уның менән булышыуын ишетеп, йәнә уны ныҡ итеп туҡмай. Зыян күреүсе икенсе танышына ҡунаҡҡа китә. Шунда хәле насарайып, дауаханаға мөрәжәғәт итә.
Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре 28 йәшлек ғәйепләнеүсене ҡулға ала һәм полиция бүлегенә алып килә. Ҡатын-ҡыҙ таныу күрһәтмәләре бирә.
Әлеге ваҡытта һаулыҡҡа аңлы рәүештә ауыр зыян килтереү факты буйынса РФ ЕК 111-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.