Академтеатр "Киске табын"ға саҡыра

Мостай Кәримдең был әҫәре 30 йылдан һуң йәнә сәхнәгә сыҡты. Әйткәндәй, премьераға әҙерлек барышында театр 1980 йылдар аҙағындағы реквизиттар эҙләүе тураһында иғлан итте. Спектакль өсөн сумаҙан тибындағы патефон һәм диапроектор кәрәк. Театр ошо әйберҙәрҙе бүләккә ҡабул итергә әҙер, бының өсөн рәсми төркөмдәргә яҙырға мөмкин.  

Академтеатр "Киске табын"ға саҡыраАкадемтеатр "Киске табын"ға саҡыра
Академтеатр "Киске табын"ға саҡыра

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Киске табын» әҫәре буйынса спектаклдең премьераһы була. Спектакль өҫтөндә танылған театр оҫталары төркөмө эшләй. Ҡуйыусы режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев. Рәссам – Ләйсән Хөсәйенова, хореограф – Ольга Даукаева, композитор – Магуля Мезинова. Рәссам-яҡтыртыусы – Сергей Гаевой. Премьера 19 июндә театрҙың ҙур сәхнәһендә күрһәтелә.

«Киске табын» — Мостай Кәримдең һуңғы пьесаһы, унда классик 1980 йылдар аҙағындағы һынылыш осорона байҡау яһай. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев һүҙҙәренсә, автор был пьеса өҫтөндә бик оҙаҡ эшләгән.

«Мостай Кәрим заман һулышын тойорға, 1980 йылдар аҙағындағы ҡатмарлы ижтимағи процестарҙы күрһәтергә тырыша. Пьесаның үҙәгендә – тормоштоң бөтә өлкәләренә үтеп ингән ялғанлыҡ тураһында уйланыу. Төп герой былай ти: «Мине ялған радиацияһы ағыулай. Тыштан да, ғаилә эсендә лә», — тип билдәләй режиссёр.

Хәл-ваҡиғалар 1989 йылдың 25 авгусында Өфөлә бара. Советтар Союзында перестройка гөрләй. Берәүҙәр илдәге хәлдәрҙе дәртләнеп-рухланып, икенселәр хәүефләнеп күҙәтә. Ә Артыҡовтар ғаиләһендә бөгөн иҫтәлекле көн: Әхмәтша менән Йәннәт көмөш туйҙарын – сирек быуат бергә йәшәүҙәрен байрам итәләр. Уларҙың берҙән-бер улы Алпамыша ата-әсәһенә үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән. Байрам уңайынан ҡоролған киске табын иман килтереү төнөнә әйләнә…

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас