

2006 йылда улым менән икебеҙ генә өйҙә ҡалдыҡ (улыма йәше яңы тулған ине), ирем алыҫҡа киткәйне таксовать итеп. Өйләнешкәнгә ике йыл да түгел әле, өйөбөҙ ике яҡлы бәләкәй. Бер бикәсте йоҡларға саҡырҙым. Уға диванға урын әҙерләнем, үҙем бала менән иҙәндә яттым,сәңгелдәккә лә һалманым. Төндә баламды имеҙергә, тип уяндым. Ҡапыл әллә нимәгә күңелгә шомло булып китте. Алғы яҡҡа ҡараһам, яйлап ҡына йөҙөп барған бер томан кеүек тип әйтәйемме - бер шәүлә миңә еле бөркөлөп үтеп, беҙ ятҡан төп яҡтағы тәҙрә аша сығып китте. Ҡурҡыуымды аңлап тораһығыҙҙыр инде, башым аша одеалымды яптым да, үҙемсә бисмилламды уҡып яттым. Ҡот осто инде. Бикәсте уятманым да, иртәгеһенә ла уға һөйләмәнем ҡурҡкытмайым тип. Ирем ҡайтҡас, уға ғына һөйләнем. Бушҡа ҡурҡма, өй эйәһе инде, һиңә теймәй ул, тип әйтте. Икенсе тапҡыр өй эйәһе мине, өс баламды үлемдән ҡотҡарҙы. 2018 йылдың апрелендә булды был хәл. Ирем 1 май көнө, дүрт ай тигәндә саҡ Мәскәүҙән эштән ҡайта, тип балалар менән ҡыуанып көтөп йөрөйбөҙ. Мин ул көндө өй йыуа башланым, түбә таҡталарын водаэм-ка менән аҡланым (һаман да шул ике яҡлы бәләкәй өйҙә инек, ҙурына шул йылды күсеп сыҡтыҡ), стеналарзы һөртөп алдым, мунса инеп сыҡҡас, яйлап йоҡларға яттыҡ. Өйҙө аҡлағанда иҙәнгә түшәлеп тотонолған газеталарҙы усаҡҡа һалғайным, янып бөткәндер, тип усаҡтың тығынын тыҡтым ятыр алдынан, бер ниндәй ҙә еҫ сыҡмай ине. Йоҡлап ятһам: “Тор! Уян!” тип минең исемде әйтте иремдең тауышы менән, төнгө сәғәт ике ине. Уянып китһәм, төтөн еҫе - өй күм-гүк төтөн ине (светты токандырып ебәрҙем), ишекте асып, ҡулға ниндәй сепрәк эләкте, шуның менән елһетә башланым, үҙем балаларҙы уяттым, улар әсәй, баш ауырта башланы, тиҙәр. Ҙур улыма 13, икенсеһенә 10, ҡыҙыма 7 йәш кенәләр, күмәкләп елһетеп алып, иртәнге биштә генә йоҡларга яттыҡ. Ятҡас, аптырайым, кем мине уятты икән тип, аҙаҡтан башҡа барып етте - өй эйәһе иремдең тауышы менән уятҡанын. Уға кешегә әйткән кеүек, рәхмәт инде, беҙҙе үлемдән аралағанһың, тип күп итеп илай-илай рәхмәт уҡыным. Өй йыуам тип саҡ теге донъяға китмәнем балаларым менән, тьфу-тьфу инде, Аллам һаҡлаһын. Шул усаҡтағы ҡағыҙ төтәп ятҡан икән, фельдшер саҡыртып, укол һалдырып, тынысландым. Ә бит пожар.извещ-лде алып торғайным түбәне буяғанда, иртәгә ҡуйырмын әле, тип өҫтәлгә һалып торғайным.... Вот шулай хәлдәр булды... "Ғәләмәт донъя", ҙур рәхмәт шундай күңелле, сер яҙырлыҡ төркөм өсөн ✋
Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең "Ғәләмәт донъя"ла ғәләмәт ҡыҙыҡ, килегеҙ, күрегеҙ: https://web.max.ru/-74648713789690
Фото: ИИ.