

Бөгөн Татарстан халҡы бик шәп журналист, филология фәндәре кандидаты, “Шәһри Ҡазан” гәзитенең баш мөхәррире Радик Сабировты һуңғы юлға оҙатты. Беҙ уның менән йыл һайын Сочи ҡалаһында үткән Халыҡ-ара журналистар форумында осраша торғайныҡ. Бер-беребеҙ менән бүлешер эш серҙәре күп булды. Радик беҙҙә социаль селтәрҙәрҙең яҡшы үҫешеүенә һоҡлана торғайны, үҙе лә һәр саҡ яҡшыраҡ эшләргә ынтылды. Быны беҙ ситтән булһа ла “Шәһри Ҡазан” гәзитенең тиражы үҫеүе, интернетта уның нығыраҡ таралыуы аша күҙәтеп, тойҙоҡ. Радикты һуңғы юлға оҙатҡанда “Татмедиа” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Садыҡов әйткәнсә: - Көтмәгәндә беҙҙең дуҫыбыҙ, коллегабыҙ Радик Сабиров китеп барҙы. Кисә кисменән машинала ата-әсәһен ҡаршы алғанда ғүмере өҙөлгән. Ҡулында, һәр ваҡыттағыса, телефон... Аллаһы Тәғәлә шулай насип иткәндер инде. Ул бар йәне менән эшкә бирелгән кеше ине. Иртәнән кискә хәтле ялһыҙ эшләне. Беҙҙең коллектив, Татарстан журналистары араһында иң көслө баш мөхәррир ине. Әлбиттә, был әйтеп бөтөргөһөҙ юғалтыу. Йәш ваҡытта, барыһын да булдырып була торған ваҡытында китеп барҙы. Әммә ул еңеүсе булып китте. Бәхил бул, Радик дуҫ. Йәл, йә Башҡортостанда, йә Татарстанда бер осрашырбыҙ, тигән хыял тормошҡа ашманы. Һин туплаған шәп коллектив һинең хыялдарыңды, маҡсаттарыңды тормошҡа ашырыр. Ятҡан урының тыныс булһын. Артур Дәүләтбәков, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире.