Әсәй менән йөрәк бәйләнеше

"Ғәләмәт донъя"ла бәйән ителгән тарих бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Һәр кемдең шундай фәрештәләре булһын!

Әсәй менән йөрәк бәйләнешеӘсәй менән йөрәк бәйләнеше
Әсәй менән йөрәк бәйләнеше

Аноним. Эштә саҡта кинәт йөрәгем үрһәләргә булды ла китте. Үҙем дә аңламай өйгә ашыҡтым. Эштәгеләр арттан ҡысҡырған, һин ҡайҙа, тип, мин уларҙы ишетмәй ҙә ашыҡтым. Йөрәгем тулай, тын алыуы ҡыйын. Саҡ машинаны ҡабыҙҙым, өйгә-өйгә, тип мейемдә сүкеш сүкей. Өйгә килеп тә индем, аш бүлмәһендә иҙәндә ултырған әсәйемде күрҙем: табуреткаға таянған, йылмайырға итте, теле көрмәлә, мөлдөрәп ҡарай күҙемә.

Тиҙерәк 03-кә шылтыратам, әсәйемдең инсультҡа оҡшаған, тиҙерәк килегеҙ, тип ҡысҡырам. Адрес, тип һорайҙар, күҙ алдарым ҡараңғыланғанға оноттом да ҡуйҙым үҙебеҙҙең адресты, шунан саҡҡа иҫләп, әйттем. Табиптар тиҙ килеп етте, йөрәкәйемде сирена менән дауаханаға алып киттеләр. Арттарынан машинала барҙым, илап бөттөм. Ярай ҙа тиҙ хәбәр иткәнегеҙ, "алтын ваҡыт" эсендә өлгөрттөгөҙ, тинеләр. Шулайтып әсәйҙе ҡотҡарып алдыҡ, Аллама мең-мең шөкөр, күҙ генә теймәһен! Иҫән генә булһын инде әсәкәйем! Яратам уны! Ул минең фәрештәм! Мин уның төпсөгө, яратҡан ҡыҙы. Уны беҙ сиратлап ҡышҡылыҡҡа үҙебеҙгә йәшәргә алып ҡайтабыҙ, был юлы миндә ине. Йөрәгем нисек һиҙгәндер, үҙем дә белмәйем. Әсәйем аҙаҡ әйтә, йығылып барғанда, балам, балам, тинем, үләм икән тип ҡурҡып һине саҡырҙым, ти. Шуны йөрәгем һиҙгән. Бәлки, фәрештәләре һаҡлағандыр уны, миңә хәбәр иткәндәрҙер. Быны һаманғаса белмәйем, бергә эшләгәндәрҙе аптыратып, эштән ҡабалан сығып китеүемә, әсәйемде ҡотҡарып өлгөрөүемә һаман да эштә аптырайҙар. Үәт, исмаһам, һеҙҙә бәйләнеш, тиҙәр. Әсәкәйҙәребеҙ йәшәһен генә! Йөрәгем ул минең! Рәхмәт фәрештәләргә, Аллама рәхмәт!

Ошо һәм башҡа яҙмаларҙы уҡырға саҡырабыҙ: https://max.ru/join/jK7uiVbWrZYyGwd-_0tVSodgr06Sz2f6-z1z-uEDuBY

Фото: ИИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас