Поездарҙы осора яҙғандар!

Башҡортостанда ҡондоҙҙар өс районда поездарҙың һәләкәткә осрауы хәүефен тыуҙырған.

Поездарҙы осора яҙғандар!Поездарҙы осора яҙғандар!
Поездарҙы осора яҙғандар!

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Туймазы, Бүздәк һәм Благовар райондарында ҡондоҙҙарҙың һанын көйләү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Сөнки уларҙың быуалары тимер юл ҡоролмаларын һыу менән баҫа һәм поездар хәрәкәте хәүефһеҙлегенә хәүеф тыуҙыра, тиелә рәсми хәбәрҙә:

- Ҡондоҙҙар Башҡортостандың Туймазы, Бүздәк һәм Благовар райондарында тимер юлдар буйлап һыу үткәргес торбаларҙы бикләгән. Бынан тыш юлдың 1391-се километрында кимереүселәр тимер юл полотноһы аҫтында юлдар ҡаҙған. Бындай соҡорҙар өйөмдө йыуып, хәрәкәт хәүефһеҙлегенә туранан-тура янай.

Благовар районының Ҡарғалы ауылы янында ҡондоҙҙар шпалдар аҫтында "өй" ҙә төҙөгән.

 Тикшереү йомғаҡтары буйынса экология министрлығы тимер юлдар буйлап ҡондоҙҙарҙың һанын көйләргә ҡарар итә. Бөтә саралар ғәмәлдәге ҡануниәт сиктәрендә үтә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомство.

Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас