+12 °С
Облачно


Донъя көтөр, ялдар итер
Өйөм бар.
Эстән генә көйләп йөрөр
Көйөм бар.
Бер яңғыҙым һалып үткән
Эҙем бар.
Үҙемдән дә йәшерерҙәй
Серем бар.
Яурын терәр, терәк булыр
Балам бар.
Уңалһа ла һулҡылдаған
Ярам бар.
Һуңғы сиктә ярҙам итер
Дуҫтар бар.
Ҡуш ҡул менән эшләр өсөн
Устар бар.
Абынғанды аңлай алыр
Аҡыл бар —
Үҙемде лә яратырға
Хаҡым бар.
(Гөлсөм Закирова)