

Суд үҙ ирен үлтергән 45 йәшлек ҡатынға хөкөм сығарҙы.
Ул киләһе һигеҙ йылын дөйөм режимлы колонияла үткәрәсәк.
Эскән килеш талашҡанда ҡатын аш-һыу бүлмәһендәге бысаҡты алып, ире артынан ихатаға йүгерә һәм уның күкрәгенә сәнсә, шунан ярҙам да итмәй, тиҙ ярҙам да саҡырмай ҡаса. Ир алған йәрәхәттәренән вафат була.
Суд ултырышында ҡатын тулыһынса ғәйебен таный һәм тәүбә итә.
Мәрхүмдең туғандарына ул рухи зыянды өлөшләтә ҡапларға тейеш.
Хөкөм ҡарары әле лә апелляцияға бирелергә мөмкин.
Фото һәм видео: БР Судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәте.