Диабетиктар өсөн файҙалы осрашыу үтте

2 июндә Өфөнөң 5- се ҡала дауаханаһында пациенттар өсөн файҙалы осрашыу үтте: эксперттар диабет, дөрөҫ туҡланыу һәм мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса хоҡуҡтар тураһында һөйләне.

Диабетиктар өсөн файҙалы осрашыу үттеДиабетиктар өсөн файҙалы осрашыу үтте
Диабетиктар өсөн файҙалы осрашыу үтте

Сараның маҡсаты — халыҡҡа шәкәр диабеты һәм преддиабет тураһында мәғлүмәт еткереү, туҡланыү һәм йәшәу образы буйынса кәңәштәр биреү, шулай уҡ мотлаҡ медицина страховкалауы системаһында пациенттарҙың хоҡуктары тураһында һөйләү. Осрашыуҙы БР Йәмәғәтселек палатаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комиссия рәйесе Диана Фарахова «СОГАЗ‑Мед» акционерҙар йәмғиәте менән берлектә ойошторҙо. Сарала тиҫтәләгән кеше ҡатнашты. Улар файҙалы лекциялар тыңлап ҡына ҡалманы, был мәкерле ауырыуҙы дөрөҫ дауалау буйынса ғәмәли кәңәштәр ҙә алды.Осрашыу һуңында улар файҙалы бүләк - диабетиктар өсөн браслет алды. Ул киҫкен хәл килеп тыуғанда ярҙам итеүе ихтимал.

Диабетиктар өсөн файҙалы осрашыу үтте
Диабетиктар өсөн файҙалы осрашыу үтте
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас