Беҙҙә лә "Китап байрамы"!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы инициативаһы буйынса һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында 2023 йылдан алып үткәрелгән "Китап байрамы" быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторолоп, Өфөлә генә түгел, бөтә республиканы урап сыҡты.

Беҙҙә лә "Китап байрамы"!Беҙҙә лә "Китап байрамы"!
Беҙҙә лә "Китап байрамы"!

"Китап байрамы" сиктәрендә Учалы районының Сәфәр ауылы моделле китапханаһында матур сара үткән. Беҙгә ошо хаҡта китапхана хеҙмәткәре Әлиә Әхмәткирәева хәбәр итте:

- Ураҙ ауылы китапханаһында ойошторолған “Йәш йөрәктәр” театр түңәрәге (етәксеһе Н. Шәйәхмәтова) беҙгә килеп, башҡорт драматургы Рәшит Хөсәйеновтың ирен дә, улын да аяуһыҙ һуғышта юғалтҡан әсә тураһындағы бик ҡыҙғаныс  "Изге ялған" драмаһы менән сығыш яһаны. Был спектаклдең беҙҙең китапханала күрһәтелеүе осраҡлы түгел, сөнки мәҙәни-ағартыу усағыбыҙ героик-патриотик тәрбиә биреү йүнәлешендә эшләй. Сараға Илсе, Мансур, Сәфәр ауылдарының ирекмәндәр штабтары ярҙамсылары ла саҡырылды. Драманы тын да алмай ҡараныҡ. Тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп ролдәрен башҡарған һәүәҫкәр артистарға -  “Изге йөрәктәр” театр түңәрәге ағзаларына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп таралышты тамашасы. Барыбыҙ ҙа ҡәнәғәт ҡалдыҡ!

Әйткәндәй, Сәфәр ауылының моделле китапханаһы Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениелары тарафынан аҡсалата дәртләндереү алыуға конкурс еңеүсеһе булды. Бүленгән аҡса матди-техник базаны яңыртыуға йүнәлтелгән дә инде. Яңыртыу сиктәрендә китапхана фонды заманса ноутбук, телевизор, тышҡы мәғлүмәт туплаусы һәм яңы китаптар менән тулыландырыла. Заманса ҡорамалдар үҫеп килгән быуынды Тыуған иле тарихын өйрәнеүгә йәлеп итеп, сараларҙы сағыуыраҡ һәм иҫтә ҡалырлыҡ итергә ярҙам итәсәк. Коллективҡа яңы ҡаҙаныштар, сағыу идеялар һәм бөтә пландарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙарын теләйбеҙ!

Фото: https://vk.com/id262212858

 

 

 

Беҙҙә лә "Китап байрамы"!
Беҙҙә лә "Китап байрамы"!
Беҙҙә лә "Китап байрамы"!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас