Башҡортостанда йәшәүсе ир танышын етенсе ҡаттан ташлаған

Ишембайҙа янъял ваҡытында таныш ҡатынды етенсе ҡат тәҙрәһенән ташлаған 28 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарылды.

Башҡортостанда йәшәүсе ир танышын етенсе ҡаттан ташлағанБашҡортостанда йәшәүсе ир танышын етенсе ҡаттан ташлаған
Башҡортостанда йәшәүсе ир танышын етенсе ҡаттан ташлаған

Ваҡиға 2025 йылдың декабрендә Бульвар урамындағы йорттарҙың береһендә булған. Билдәле булыуынса, хөкөм ителеүсе менән һәләк булған ҡатын бергә спиртлы эсемлектәр эскән. Бер мәл көнсөллөк арҡаһында улар араһында ыҙғыш сыҡҡан һәм ир ҡатынды тәҙрәнән этәреп төшөргән. Алынған йәрәхәттәрҙән ҡатын урында һәләк булған.

Суд ултырышында ир ғәйебен танымаған. Ул 13 йыл да 6 айға иркенән мәхрүм итеп, ҡаты режимлы колонияға ебәреләсәк. Ҡарар ҡануни көсөнә инмәгән, тип хәбәр иттеләр Ишембай ҡала судынан.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас