«Бөтә эштәребеҙ ҙә халыҡ ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла»

  Бөгөн Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында журналистар менән осрашыу үткәрҙе.

«Бөтә эштәребеҙ ҙә халыҡ ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла»«Бөтә эштәребеҙ ҙә халыҡ ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла»
«Бөтә эштәребеҙ ҙә халыҡ ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла»

Осрашыуҙы «Йома» тапшырыуын алып барыусы журналист Морат Лоҡманов алып барҙы һәм уны бер-беребеҙгә файҙалы аралашыу булыр, тип билдәләне.

Айнур Бирғәлин назараттың эше, проекттары, пландары  менән таныштырып, уларҙың эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәһе имамдарҙың халыҡ менән әүҙем эшләүендә ,  иман йорттарын төҙөк тотоуында икәнен аңлатты. "Бөтә проекттарыбыҙ ҙа халыҡ ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла. Шуға ла имамдарҙың эше яуаплы һәм ҡатмарлы", – тине ул.

Журналистар айырыуса Өфөнөң Салауат Юлаев проспектындағы  "Әр-Рәхим" мәсетендәге төҙөлөш эштәре менән ҡыҙыҡһынды. Мөфтөй хәбәр итеүенсә, йәй аҙағына фасад эштәре тамамланасаҡ. Мәсет аҡ керамогранит менән тышланасаҡ, ә көмбәҙ эштәре инде тамамланған. Быйыл иман йортона йылылыҡ биреү сафҡа индерелеп, 700-800 кеше һыйҙырышлы беренсе ҡаттың эске эштәрен эшләүгә  тотонорға ниәтләйҙәр. Ҡалған биш этажда эштәр параллель рәүештә алып барыласаҡ.

Осрашыуҙа дини байрамдарҙың үткәреү тәртибе, хаж ойоштороу, мәктәптә уҡытылған «Дини мәҙәниәт һәм совет этикаһы нигеҙҙәре» дәресен уҡытыусыларға  курстарҙа академик белем биреү кеүек актуаль мәсьәләләр буйынса ла фекер алышыу булды. Сараға килеүселәр  башҡортса дини китаптар нәшер итеүҙең аҙ булыуына борсолоу белдерҙеләр,  шулай уҡ, "хәләл" термины ниндәй талаптарҙы үтәп эшләнгән продукцияға бирелеүе менән дә ҡыҙыҡһындылар.

"Хәләл" продукцияға ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреп, мөфтөй, был терминдың ҡулланылышындағы теүәл талаптар һәм стандарттар тураһында аңлатты. Ул, халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт биреүҙең һәм хәләл стандарттарҙы үтәүҙең мөһимлеген әйтте. Әйткәндәй, 20 июндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк «Хәләл» фестивалендә теләүселәр республикала етештерелгән хәләл продукция менән таныша ала.

  Белемле дин белгестәре  әҙерләү – назараттың төп йүнәлештәренең береһе. Бөгөн Башҡортостан мосолмандары диниә назараты ҡарамағында дүрт дини уҡыу йорто иҫәпләнә.  Мөфтөйҙөң әйтеүенсә,  унда уҡырға инергә теләүселәр  күп – конкурс буйынса бер урынға дүрт кеше дәғүә итә. Һәр төбәккә ике кешегә квота бүленгән. Ул үҙен дин юлында күрергә теләгән тырыш  егеттәрҙе мәҙрәсәләргә һәм Ислам институтына уҡырға инергә  саҡырҙы.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас