+21 °С
Облачно


Йәйҙең иң тәүге сәскәләренең береһе булған был күркәм сәскәне күптәр ярата. Уларҙың ниндәй генә төрө һәм төҫө юҡ: киң таралған алһыуынан, көрән ҡыҙылынан, ағынан башлап, һарыһы, коралл, сирень төҫөндәге, селт ҡыҙылы һәм беҙ белмәгән тағы әллә күпме төҫө бар. Тәугеләрҙән булып сәскә атып, баҡсаға йәм биреп ултыра улар. Ә һеҙ пион яратаһығыҙмы?