92 кеше батып үлгән, уларҙың 9 балалар!

  Яңыраҡ Ҡариҙел районында Үреш йылғаһында батҡан 54 йәшлек балыҡсыны эҙләү тамамланды.

92 кеше батып үлгән, уларҙың 9 балалар!92 кеше батып үлгән, уларҙың 9 балалар!
92 кеше батып үлгән, уларҙың 9 балалар!

Был турала социаль селтәрҙәрҙә БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте. 11 майҙа өс ир Сиҙәш-Нуғай ауылы янында балыҡ тоторға сыҡҡан. Кәмәләре түңкәрелеп, икеһе ярға үҙаллы йөҙөп сыға алған. Ә 54 йәшлек ир батҡан.

Ҡотҡарыусылар һәм водолаздар көн һайын йылға акваторияһын тикшереп, һәләк булған кешенең кәүҙәһен ярҙан 70 метр алыҫлыҡта табыла.

Алдараҡ Башҡортостанда һыуҙа ошондай уҡ фажиғәләр булғайны. 10 майҙа Благовещен ҡалаһында Ағиҙел йылғаһында тап ошондай шарттарҙа өс ир моторлы кәмәлә түңкәрелеп: икеһе үҙҙәре сыға, ә ҡотола алмаған 41 йәшлек өсөнсө ир үле килеш табыла.

Уҙған йылдың майында Учалы районының Сөләймән ауылы янында водолаздар түңкәрелгән кәмә эргәһендә балыҡсының кәүҙәһен таба, ә унан бер аҙна алдараҡ Мәсетле районында Әй йылғаһында 83 йәшлек пенсионер бата.

2024 йылдың ноябрендә Ағиҙел ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында өс ир булған кәмә түңкәрелә — береһенә генә ҡотолорға һәм ярҙам саҡырырға ҡулынан килә. 2025 йылдың авгусына ҡарата Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында  батыусылар һаны 50-нән ашып китә: ҡотҡарыусылар һыуҙан 92 кәүҙәне сығара, һәләк булғандарҙың 9-ы — балалар.

 

Йәйгеҙен йылға-күл буйҙарына балыҡ тоторға, ял итергә барыусылар фажиғәгә тарымаҫ өсөн һаҡ булһын ине.

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас