«Мәрхүм әсәйемдең йәне мине шулай ҡурсалай...»

Рөстәм Нәбиев Эвересҡа артылғанда  үҙе менән булған мөғжизә хаҡында һөйләне.

«Мәрхүм әсәйемдең йәне мине шулай ҡурсалай...»«Мәрхүм әсәйемдең йәне мине шулай ҡурсалай...»
«Мәрхүм әсәйемдең йәне мине шулай ҡурсалай...»

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, параальпинист 20 майҙа донъя рекорды ҡуйып, планетаның иң юғары нөктәһенә ҡулдарындарында ғына күтәрелде. Спортсының һүҙҙәренә ҡарағанда, 8000 метр бейеклектә ҡар, боҙ һәм таш араһында ул күбәләк күргән.

— Эвересҡа менгәндә тау минең өсөн бөтөнләй иң ғәжәп нәмә булманы. Был 8300 метр билдәһендә бишенсе лагерға күскәндә, минең күҙ алдымда кинәт кенә күбәләк пәйҙә булды. Тәүҙә  үҙ күҙҙәремә үҙем ышанманым. Күбәләк? Бындамы? Шундай бейеклектә? Әммә ул ысын ине. Ул ғына ла түгел, осоп килеп, ҡаршыма килеп ҡунды. Шунда уҡ Романға ҡысҡырҙым: «Быны фотоға төшөрөргә кәрәк, юғиһә бер кем дә ышанмаясаҡ!».

 Ул ваҡытта минең бының осраҡлылыҡ ҡына булмауына ышанғым килде. Унда, бейек тауҙарҙа, мине кемдер күҙәтеп тора һәм ярҙам күрһәтеү билдәһен тап кәрәк ваҡытта ебәрә кеүек ине. Ысынлап та, әгәр ҙә экспедицияға тиклем үҙемә кемдер шундай хәлде һөйләһә, мин дә шикләнер инем. Әммә унда, боҙ, таш һәм ауыр һауа шарттарында, был кескәй күбәләк миңә Эверест бүләк иткән иң көтөлмәгән һәм ғәжәйеп мөғжизәләрҙең береһе булды, — тип һөйләне Рөстәм.

Уның һүҙҙәренсә, ул күбәләкте кескәй сағында юғалтҡан мәрхүмә әсәһенең йәне тип ҡабул иткән. Шул рәүешле ул улын ҡурҡыныс юлда һаҡлай, тип фаразлай.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас