

Ҡырмыҫҡалы районының “Алмаҡай” баҡса ширҡәтендә спиртлы эсемлектәр эсеп алған ирҙәр тиҙлекте арттырып ҡайтып барғанда, уларҙың Renault Logan машинаһы юлдан сығып осоп түңкәрелә. Водитель алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында йән бирә.
Тик ҡайғы бының менән генә сикләнмәй. Авариянан һуң ығы-зығы ҡупҡан арала, мәрхүм ирҙең баҡсалағы ағас йортонда янғын сыға. Йорттан тик көл-күмер генә ҡала.