Алданалар ғына...

«Хәүефһеҙ иҫәптәрҙән» алып, ялған инвестицияларға тиклем: енәйәтселәр Башҡортостан халҡын алдауын дауам итә.

Алданалар ғына...Алданалар ғына...
Алданалар ғына...

Бер нисә көн эсендә республика халҡы алдаҡсыларға яҡынса 4 миллион һум аҡса күсергән.

Өфөнөң Орджоникидзе районында енәйәтселәрҙең ҡорбаны - 66 йәшлек пенсионер. Билдәһеҙ әҙәмдәр Пенсия фонды, Үҙәк банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре булып танышып, ирҙе «хәүефһеҙ иҫәпкә» аҡса күсерергә ышандыра. Һөҙөмтәлә, ҡорбан 300 мең һумдан ашыу аҡсаһынан мәхрүм ҡала.

Өфөнөң Киров районында алыҫтан эш итеүсе енәйәтселәрҙең ҡорбаны - 50 йәшлек ир. Бер нисә көн дауамында уға мобиль телефонға шылтырауҙар, шулай уҡ мессенджерҙар аша хәбәрҙәр килә. Билдәһеҙ кешеләр иҫәпләү приборҙарын алмаштырыу буйынса ойошма хеҙмәткәрҙәре, һуңынан — «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы һәм Росфинмониторинг белгестәре булып таныша. Иҫәпләү приборҙарын тикшереү, «Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге шәхси кабинетты боҙоп инеүҙе иҫкәртеү һәм аҡсаны һаҡлау һылтауҙары менән, улар ирҙе шәхси тупланмаларын күрһәтелгән иҫәптәргә күсерергә ышандыра. Зыян күләме - 265 мең һум. 

Тағы бер факт Стәрлетамаҡтың 51 йәшлек кешеһенең ғаризаһы буйынса теркәлгән. Ир кемдеңдер уның исеменән, элек ҡулланған телефон номерын файҙаланып, онлайн-кредит рәсмиләштергәнен хәбәр итә. Енәйәт һөҙөмтәһендә 500 мең һумдан ашыу аҡса урланған.

Сибайҙа полицияға Баймаҡ районының 20 йәшлек кешеһе мөрәжәғәт итә. Йәш егет билдәһеҙ бәндәләр күрһәткән иҫәптәргә 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсергәнен, улар интернет-платформа аша инвестицияларҙан юғары килем вәғәҙә иткәнен һөйләй. Аҡса күсергәндән һуң "ойоштороусылар" менән бәйләнеш өҙөлә.

Өфө юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡыған 19 йәшлек студентка енәйәтселәргә ҙур сумма аҡса күсергән. Дәүләт структуралары хеҙмәткәрҙәре булып танышҡан енәйәтселәр, ҡыҙҙы алдап, «хәүефһеҙ иҫәпкә» аҡса күсерергә ышандыра. Зыян 1,7 миллион һумдан ашыу.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: банк, хоҡуҡ һаҡлау органдары, дәүләт учреждениелары һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәптәргә» күсереүҙе талап итмәй. Бындай шылтырауҙар, хәбәрҙәр булһа, һөйләшеүҙе шунда уҡ туҡтатырға һәм полицияға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас