Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡойорға тәҡдим ителде

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса бәхәстәргә нөктә ҡуйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡойорға тәҡдим ителдеСалауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡойорға тәҡдим ителде
Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡойорға тәҡдим ителде

   

  Ул  әлеге ваҡытта Өфөлә милли геройҙың һәйкәленә реставрация барыуын иҫкә төшөрҙө. Апрелдә ҙур комиссия реставрация цехын барып ҡараны.

     — Реставраторҙар һәйкәлдең 80 процентҡа яҡынын алмаштырырға, яңы элементтар эшләргә кәрәклеген әйттеләр. Ошоға бәйле беҙ уйландыҡ, сөнки металл бигүк юғары сифатлы түгел, – тине төбәк етәксеһе. – Шунлыҡтан яңы идея тыуҙы, мин уны йәмәғәтселеккә  һәм республика халҡы  ҡарамағына тәҡдим иттем. Ауырыраҡ, әммә ышаныслыраҡ юл менән барырға була –  бронзанан элеккеһен теп-теүәл ҡабатлаған яңы һәйкәл ҡойорға.

Радий Фәрит улы, элекке һәйкәлде реставрациялағанда, ул 10, 20, 50 йыл тороуы ихтимал, тип билдәләне, ә бронзанан эшләнгән һәйкәл оҙаҡҡараҡ етәсәк.

   — Әле реставрацияла булған һәйкләде беҙ мотлаҡ эшләйсәкбеҙ,  – тине ул һәм үҙенең хакимиәтенә һәйкәлде бронзанан эшләү планын төҙөргә ҡушты.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина