

Тәфтиш һәм суд тарафынан 2024 йылдың авгусынан 2025 йылдың февраленә тиклем фигурантканың 2024 йылдың авгусында тыуған бәләкәй ҡыҙына ҡарата системалы рәүештә үтә ҡаты бәғерле булыуы асыҡлана. Ҡатын сабыйҙы тейешле тәрбиә һәм туҡландырыу менән тәьмин итмәй, табиптарҙың кәңәштәрен һанға һуҡмай һәм кәрәк саҡта медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итмәй, был сабыйҙың үҫешен тотҡарлауға, үтә ныҡ ябығыуға килтерә. Бынан тыш, ярты йыл дауамында әсәһе баланы даими рәүештә туҡмай, кәмһетә, мыҫҡыллай.
2024 йылдың ноябрендә ҡыҙын шундай ныҡ итеп туҡмай, хатта янбаш һөйәген һындыра. 2025 йылдың 18 февралендә төндә һыҙланыпмы, асығыпмы илаған ҡыҙын ул үлтергәнсе туҡмай.
Ғаиләлә тәрбиәләнгән тағы ике бәләкәй бала өләсәһе ҡарамағына тапшырылған. Суд ҡарары менән ҡатынға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 17 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһы тәғәйенләнә.
Фото һәм видео:https://web.max.ru/-69254092718300