

— Һеҙ уны бик яҡшы беләһегеҙ, таныштырып тороу кәрәкмәй. Ул 12 йыл район хакимиәте башлығы булып эшләй. Биш йыл Бөрйән районы башлығы булды, ете йыл – Хәйбуллала. Был эште бик уңышлы башҡарҙы. Хәҙер Өфөгә ошондай энергия кәрәк, алда һайлау кампанияһы тора – ҡала советына депутаттар һайлана, – тине республика етәксеһе.
Белешмә: Рөстәм Шәрипов 1982 йылдың 29 июлендә Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылында донъяға килгән. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын һәм Башҡорт дәүләт хеҙмәт һәм идаралыҡ академияһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2000 йылда өсөнсө разрядлы маляр булып башлай. Бөрйән районы хакимиәтенә 2000 йылда иҡтисад бүлегенә әйүҙәүсе иҡтисадсы булып килә һәм бер йылдан уның башлығы итеп тәғәйенләнә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.