Эҫе көндәр ҡасан ҡайта?

Июнь башында Башҡортостанда һалҡынса буласаҡ. Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса өс көндә һауа температураһы +23 градустан юғары күтәрелмәйәсәк. Төнөн +0-дән +10 градусҡа тиклем булыуы көтөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эҫе көндәр ҡасан ҡайта?Эҫе көндәр ҡасан ҡайта?
Эҫе көндәр ҡасан ҡайта?

«Фобос» үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 1 июндән 8 июнгә тиклем көндөҙ һауа температураһы +15-тән +23 градусҡа тиклем тирбәләсәк. 10 июндә көндөҙ +25 градусҡа тиклем йылытасаҡ.

Синоптиктар прогноздары буйынса, эҫе көндәр республикаға июндең икенсе яртыһында ҡайтасаҡ. 16 июндә термометр бағанаһы +30 градус билдәһендә буласаҡ. Эҫе һауа торошо июль уртаһына тиклем булыуы көтөлә.

Автор:Гөлнара Солтанова