

Видеояҙманы «БашПрирода» телеграм-каналы баҫтырып сығарған.
Уның авторы бөтәһе лә яҡшы тамамланыуын белдерә: «Айыубикә ипле булып сыҡты», – ти ул.
Был мәлгә республикала айыуҙар менән 20-нән ашыу осрашыу теркәлгән. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында бындай әүҙемлекте ябай ғына аңлаталар: ҡышҡы йоҡонан уянған һәм асығыуҙан хәлһеҙләнгән хайуандар аҙыҡ эҙләп йөрөй һәм үҙенә йәлеп иткән еҫтәргә — сүп-сарға, мал аҙығына, умарталыҡтарға яҡынлай.
Ҡотҡарыусылар йыртҡыс менән осрашҡанда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә. Ҡасырға, айыуҙың күҙенә тура ҡарарға, уға арҡа менән боролорға һәм ашатырға ярамай. Дөрөҫ тактика — кинәт хәрәкәттәр яһамайынса, тауыш сығарып (һыҙғырып йәки тимергә һуғып), әкренләп артҡа ҡарай зигзаг менән сигенеү. Бынан тыш, һынды визуаль рәүештә ҙурайтыу — рюкзакты йәки ботаҡты өҫкә күтәреү ярҙам итә.
Баҡсаларҙа йәшәүселәргә һәм умарталыҡ хужаларына белгестәр аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын йыйырға кәңәш итә. Төндә урамда йәшәүсе йорт йәнлектәренең ризыҡ һалған һауыттарын өйгә индереп ҡуйырға һәм ҡурҡытыу сараларын ҡулланырға кәрәклеген иҫкәртә.
2026 йыл башынан алып республикала айыуҙарҙың кешеләр янына сығыуы тураһында 14 мөрәжәғәт теркәлгән.