Ҡарт олатай йөрөгән ерҙәрҙә...

"Ғәләмәт донъя"ға бик ҡыҙыҡлы хат килде. Уның менән бүлешмәйенсә булмай...

Ҡарт олатай йөрөгән ерҙәрҙә...Ҡарт олатай йөрөгән ерҙәрҙә...
Ҡарт олатай йөрөгән ерҙәрҙә...

Аноним. Кәңәш кәрәк. Мобилизация буйынса своға эләккәс, үлермен инде, тере ҡайта алмам, тип уйланым, өмөтһөҙлөккә бирелдем. Аҙаҡ һуғыш зонаһында шул ерҙәрҙе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашистарҙан таҙартҡанда хәбәрһеҙ юғалған ҡарт олатайымды иҫләнем. 23 кенә йәш булған уға, ике балаһы булған, береһе - өләсәйем - тере ҡалған. Ул әсәйемдең әсәһе инде. Өләсәйем дөрөҫ иҫләһә, һуңғы хаты харьков тирәһенән килгән булған. Бына, Һ. олатай, мин дә һин йөрөгән юлдарҙан йөрөйөм, ошонда ҡайҙалыр һин дә аҙашып тороп ҡалғанһыңдыр, исемһеҙ һалдат булып һаҙлыҡтарҙа ятаһыңдыр, бәлки, тип һөйләшәм уның менән эстән генә. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип итһә, ошо ерҙең семтем тупрағын булһа ла алып ҡайтырмын, бәлки саң бөртөгөндә һинең һөйәгең бөртөгө эләгеп, тыуған яҡҡа ҡайтыр, һинең рухыңа аяттар бағышлатырмын, тейем. БЗ-ға юлланған һайын, Һ. олатай, зинһар, ярҙам ит, ярҙам итә күр тере ҡайтырға, тип ялбарам. Ихлас сүрәһен ятлап алдым, шуны ҡабатлайым. Бер заданиены үтәп, ҡайтырға сыҡҡанда ҡамауға эләктек. 11 көн буйына сыға алмай һуғыштыҡ, ҡорал бар, һыу юҡ, аҙыҡ юҡ. Һыуһыҙ бигерәк ныҡ интектек. Контузиянан баш эшләмәй, ҡолаҡ ишетмәй ыҙаландым, ә дошманды яҡын ебәрмәҫкә тырышабыҙ, пленға эләккәнсе лучше улербеҙ, тип уйлайбыҙ. Ауыр яраландым. 11-се көндө төркөмдән бер үҙем ҡалдым. Таңда ғына, һуғыш бер аҙ тынған, "птичкалар" осмаған мәлдәрҙе һағалап, иҫте юғалта-юғалта үҙебеҙҙең яҡҡа шыуышам. Бер ваҡыт емерек окопка төшөп яттым да, әллә йоҡлап киттем, нимәһе менәндер әсәйемә оҡшаған йәш кенә егет уята, тор, шәберәк бул, тип шыбырлай. Уны-быны уйлап тормай, тиҙерәк окоптан сығып, шыуыштым. Ағаслыҡҡа барып еткәс, тауыштарын ишеттем - укроптар баяғы емерек окоп эргәһенән генә үтеп киттеләр. Шунда мин ятҡан булһам, атып китерҙәр, йәки пленға алырҙар ине. Үҙебеҙҙекеләрҙе эҙләп тапҡансы мең үлеп, мең терелдем. Аҙаҡ госпиталдәрҙә ятып, ауылда ял иткәндән һуң кире своға киттем. Унда бер ҙур ғына ауыл өсөн һуғыш барышында ике ҡатлы бинаға инеп йәшерендек. Былай ҙа контузиянан һуң ҡолаҡ ипләп ишетмәй, шартлауҙарҙан совсем ҡолаҡ тондо, баш ярылып килә. Күҙҙе бер секундҡа ғына йомған инем, шул уҡ йәш кенә егет уята, тор, шәберәк, ти. Егеттәр, тиҙерәк сыҡтыҡ, шәберәк урамға, тип ҡысҡырҙым. Сығып ҡына өлгөрҙөк, бинаға снаряд төштө. Ярсыҡтарынан, быяла, кирбес ватыҡтарынан яраланып, тағы госпиталгә эләктем. Унан һуң тағы яраландым, әле һаман реабилитацияла. Мине ҡурсалаған йәш егет минең ҡарт олатайым Һ. булғанын беләм - әсәйем уның төҫө икән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һүҙемде үтәй, тупраҡ алып ҡайта алманым. Реабилитациянан һуң списать итмәһәләр, кире ебәрерҙәр, наверное. Ҡурҡмайым уже, тәүҙәрәк ҡурҡһам да. Кире барһам, бынан тупраҡ алып барып, ергә һибермен, тип уйлайым. Кәрәкме-юкмы икән уларға бындай нәмә?

https://max.ru/join/jK7uiVbWrZYyGwd-_0tVSodgr06Sz2f6-z1z-uEDuBY

Фото: https://russiainphoto.ru/photos/115963/

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас