8 айлыҡ ҡыҙын быуып үлтергән!

Әсәнең үҙ сабыйын үлтереүгә нисек ҡулы барған?

Башҡортостандың Юғары суды 8 айлыҡ ҡыҙын быуып үлтергән әсәгә хөкөм ҡарары сығарҙы. Уны 17 йылға дөйөм режимлы колонияға оҙаттылар.

 

Ҡатын үҙенең ғәйебен өлөшләтә таныған. Судтан иркенән мәхрүм итмәүҙе үтенгән.

 

Прокуратура вәкиле уны 20 йылға дөйөм режимлы колонияға ебәреүҙе һораған. Судта әсәнең илаған өсөн сабыйының ғүмерен ҡыйыуы асыҡланған. Шулай уҡ ул ҡыҙын даими рәүештә туҡмауы, йүнләп ҡарамауы  һәм ас тотоуы билдәле .

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас