"Мине ҡәйнәм яратмай..."

Өлкәндәр кәңәшенә мохтаж йәш кенә бер ҡатын. 

"Мине ҡәйнәм яратмай...""Мине ҡәйнәм яратмай..."
"Мине ҡәйнәм яратмай..."

Аноним. Миңә лә өлкәндәр кәңәше кәрәк. Миңә 20 йәш. Мине ҡәйнәм яратмай. Эскеселәр балаһы булғанға. Мине өләсәй үҫтерҙе. Инәйем икенсе ир менән ситтә йәшәй. Эсәләр. Ике ҡустым бар уларҙа. Өләсәй ҙә эсте, аҙаҡ ныҡ ауырып ҡына эскеһен ташланы. Мәктәптә тырышып уҡыным, ЕГЭ-ның баллдары юғары. Уҡытыусылар юғары белем ал, тип торһа ла, уҡырға бара алманым. Өләсәйем ауырығас, уны ҡарап ҡалдым. Аҡса ла юҡ ине. Атайҙың кемлеген белмәйем, инәй яғынан ярҙам итеүсе юҡ. Биҙеп бөткәндәр. Өләсәй мәрхүм булды. А. менән ярты йыл йөрөнөк, уны армияға оҙатып, көтөп алдым. Ауырға ҡалдым икән, тип ҡурҡып уға әйткән инем, өйләнәм, тине. Тик инәйе ҡырҡа ҡаршы сыҡҡас, туй үткәрә алманыҡ. Ҡалала мәсеттә никах уҡыттыҡ. Дуҫтар булды беҙҙең менән бергә. Уның яғынан бер кем килмәне. Үҙемдекеләрҙе үҙем саҡырманым, эсеп боланырҙар, тип ҡурҡтым. Үҙем аҡ матур никах күлдәген һатып алдым. Кафеға аҡса әрәм итмәҫ өсөн дуҫтар менән ҡырҙа ултырҙыҡ. Кисен ҡәйнәм килеп скандал булды. Күсеп кенә китер инем, аҡса юҡ, ә өйҙө һатам тиһәм, уны кем алһын, ҡойолоп тора. Ирем менән бер-беребеҙҙе яратабыҙ. Илама, мин һине рәнйетмәм, инәйем һыныр, тип йыуата. Ауырға ҡалмаған булғанмынмы, әллә ауырым төштөмө, белмәйем, ике айҙан ныҡ ҡан аҡты ла и все. Юҡҡа ҡурҡҡанмын. Кейәүгә сыҡҡаныма мин дә үкенмәйем, А. та мин һиңә барыбер өйләнер инем, тине. Татыу йәшәйбеҙ, ул колледжда уҡый, армиянан һуң инде. Мин эсмәйем, тартмайым, ҡалаға йөрөп магазинда эшләйем, өләсәйҙең шул иҫке генә өйөндә йәшәйбеҙ. Иремә уҡыуына ярҙам итәм, миңә еңел бирелә бөтә фәндәр ҙә. Иих миңә лә уҡырға ине, тип хыялланам. Тик был хыял ғына. Инәйем менән араларҙы рәтләп ҡара, тигәс ирем, уның аша пирог бешереп ебәргәйнем. Ирем бер ни әйтмәне, килене бешергән ризыҡты ашамай, эткә биргән, тип әйткәндәрен ишеткәс иланым, башҡа тырышмайым, тинем иремә. Ул өндәшмәне. Тимәк, ҡәйнәм пирогты эткә биргән, тигәндәре дөрөҫ. Яңыраҡ ҡәйнәм ныҡ ауырып китте. Рак һуңғы стадияһында ғына асыҡланған. Мине килмәһен дә, йөрөмәһен дә, тигән. Үлһәм, ҡәберемә яҡын юламаһын, тигән. 😭😭😭 мин уға нимә эшләгәнем?! Ул өлкән кеше, миңә һәйбәт булһа, йүгереп йөрөр инем, Сәсем менән иҙән һеперер инем 😭😭😭 әле яҙып ултырам, үҙем илайым. 😭😭😭 бер ҡасан да фатихамды бирмәйем, тигән. 😭 😭 😭 иремә айырылышайык, тинем, ҡыуып ҡараным, китмәй, яратам, бөтә яҡшы булыр, ти. Ә әгәр инәйе үлеп китһә, мин ни эшләйем - оҙатырға барайыммы, әллә килеп йөрөмәһен, тигәс, бармаҫҡамы, аҙаҡ теге донъянан мине килеп ҡаңғыртмаҫмы, ризалығым юҡ ине, ниңә килдең, тип? Ирем ҡайғыра ныҡ. Ябығып китте. Төндәрен уфтанып ятҡанына уянам да, йөрәгем ныҡ иткәнсе һыҙлай уның өсөн , уянғанымды белдермәй ятам, эстән илайым. 😭 😭 😭 Көндөҙ һыр бирмәҫкә тырышып, уның алдында йүгереп йөрөйөм, кәйефен күтәрергә тырышам. Тик инәйе ауырый бит, уның өсөн ҙур ҡайғы. Әле лә ул инәйҙәренә китте, атайға ярҙам итәм, тип. Илайым 😭😭😭ҡайным тыныс, ипле, ул минең менән осрашһа урамда, һаулыҡ һораша. Ә ҡәйнәм һаулығымды ла алмай 😭😭😭 һауыҡһын ине!!!

https://max.ru/join/jK7uiVbWrZYyGwd-_0tVSodgr06Sz2f6-z1z-uEDuBY

Фото: ИИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас