Тауҙар иле — Абхазия

Абхазия ҙур түгел, Башҡортостан менән сағыштырғанда, бик бәләкәй республика ул. Беҙҙең ҡайһы бер райондарҙың биләмәһе хатта унан ҙурыраҡ. Әммә шуға ҡарамаҫтан, туристарға күрһәтерлек  тәбиғи матурлыҡтары, тарихи урындары  күп. Кавказ тауҙары, икһеҙ-сикһеҙ булып йәйелеп ятҡан Ҡара диңгеҙ,  Рица күле, мәмерйәләре, таш ҡәлғәләре, шарлауыҡтары, тарлауыҡтары, минераль инештәре, боронғо ғибәҙәтханалары, бөйөк юлбашсылар Брежнев менән Сталиндың баҡса йорттары  – уларҙы  бер барыуҙа ғына ҡарап та, күреп тә бөтөрлөк түгел. 

Тауҙар иле —  АбхазияТауҙар иле —  Абхазия
Тауҙар иле — Абхазия

    Ҡояшлы Абхазия менән танышыуҙы баш ҡалаһы Сухумдан башланыҡ. Сухум – бик боронғо ҡалаларҙың береһе. Уның тарихы беҙҙең эраға тиклем VI быуатта барып тоташа.  Акуа тигән урындағы халыҡ йәшәгән урында Боронғо Грецияның Милет ҡалаһы  колонистары яңы ҡалаға нигеҙ һала һәм ағалы-ҡустылы игеҙәктәр  хөрмәтенә Диоскурияда тип исем бирә. Төрлө тарихи осорҙа бында римляндар, византиецтар һәм хатта төрөктәр батшалыҡ итә. Тик VIII  быуатта ғына ул Абхаз батшалығының үҙәгенә әүерелә. 

Әлбиттә, ҡаланы бик төҙөк тип әйтеп булмай.  Ташландыҡ һәм емерек йорттарҙың күплеге иғтибарҙы йәлеп итә. Грузия менән һуғыштың эҙемтәләре лә күҙгә салына, ҙур административ биналар әле һаман төҙөкләндерелеп бөтмәгән. Экскурсовод ҡыҙҙан ни өсөн хужаһыҙ йорттарҙың күплеге  хаҡында ҡыҙыҡһынғас, ул: “Хужаһы юҡ түгел, бар, бәлки, кемдер икенсе ҡалаға күсеп киткәндер. Ул бит ҡасандыр кире ҡайтырға мөмкин. Ғөмүмән, беҙҙә кеше йортона тейеү тыйыла. Шунлыҡтан был йорттарҙы емермәйҙәр ҙә, һатмайҙар ҙа”, – тип яуап бирҙе. 

 Ҡала үҙәгендә  Дан паркы урынлашҡан. Унда –  1992 – 1993 йылғы һуғышта иленең азатлығын яҡлап һәләк булған батырҙарҙың ҡәберҙәре. Таҡтаташтарҙағы яҙыуҙарға күҙ һалһаң, күбеһе  яңы  ғына 30-ҙы үткән ир-егеттәр.   Парк  уртаһында  һуғыш тамамланыу билдәһе – ергә осо менән ҡаҙалған хәнйәр һәйкәле ҡуйылған. Был парк төрлө тойғо уята: бер яҡтан үҙҙәренең геройҙарын онотмай, ололап ошо паркта ерләүҙәре һоҡланыу уятһа, икенсенән, ҡайҙа ла  шул һуғыштың   типһә тимер өҙөрҙәй ир-егеттәрҙең ғүмерен ҡыйыуы күңелде әрнетә.

Сухум ҡалаһында урынлашҡан Ботаника  баҡсаһы ла хайран итте. Ундағы  үҫемлектәрҙең төрлөлөгө, меңъйәшәр ағастарҙың ҙурлығы, сәскәләрҙең матурлығы... Банан да үҫә, бамбук та,  күпереп сәскә атыусы камелия ағасы менән рододендрон ҡыуаҡлығы ла, кипаристарҙың ниндәйе генә юҡ, Ер шарындағы иң ҙур һәм оҙаҡ йәшәүсе секвоя ағасы ла тигәндәй.  Әйткәндәй, 180 йыллыҡ   ошондай бер ағасты йәшен атҡан, уның бейеклеге 50 метрға еткән булған.

Абхаз халҡының ҡунаҡсыллығын  туристар өсөн ойошторолған абхас табынында күрергә мөмкин. Беҙҙе  Дурипш тигән ауылға ошондай табынға   алып барҙылар. Уны ошо ауыл кешеһе Руслан Кокоскерий тигән кеше  үҙенең  ғаиләһе менән ойошторған.  Ул тәүҙә беҙҙе абхаз халҡының милли ризығы булған мамалыганы (кукуруз ононан бешерелгән бутҡа) бешереү, виноградты үҫтереү һәм һаҡлау серҙәре менән таныштырҙы, киви, һары сейә  һәм башҡа   ағастар үҫкән баҡсаһын күрһәтте.  Артабан иһә табын артында    абхаз милли кухняһы  ризыҡтарын тәмләп ҡарап, йырҙарын тыңлап, дәртле бейеүҙәрен  тамаша ҡылып, матур итеп ял иттек. Әйткәндәй, табында 300-ләп кенә кеше булды,  өҫтәлдән һый өҙөлмәй, йүгереп йөрөп өҫтәп кенә торалар.   Хәйер, быға ғәжәпләнәһе лә түгел, улар ҡунаҡ һыйлап өйрәнгән, абхаз туйҙарында саҡырылған ҡунаҡтар һаны 500-ҙән кәм булмай, ҡайһы бер осраҡта 2000-гә лә етә.

Туй тигәндән, был матур сараға бәйле йолалары ла бик ҡыҙыҡлы икән. Унда айырым бер кеше килгән ҡунаҡтарҙың бүләккә күпме аҡса һалыуын яҙып ултыра. Был хужаларға һуңынан уларҙы туйға саҡырһалар, күпме аҡса һалырға кәрәклеген белеү өсөн кәрәк, тип аңлаттылар. Йәғни килгән ҡунаҡ 10 мең һум һалған икән, уға барғанда шул сумманан кәм һалырға тейеш түгел. Аҡса аҡса менән, ярай быныһы нисектер аңлашыла ла кеүек, ә бына иң аптыратҡаны – туйға ҡыҙҙың атаһының бармауы. Элегерәк әсәһе лә бармаған, хәҙер әсәй кешегә барырға рөхсәт ителгән. Ә атай кешене ҡоҙалар һуңынан айырым саҡырып ала икән. Тағы ла туйҙа өйләнешеүсе пар, ашамай ҙа эсмәй ҙә көнө буйы аяғөҫтө тора, тип һөйләнеләр. Йәнәһе лә, барыһы ла уларға ҡарап һоҡлана. Бына шулай беҙҙең өсөн ят та, бер аңлашылмаған да йолалар йәшәй.

Туй йолалары ғына түгел, тормоштағы башҡа йолалары ла бер аҙ аптыратты, әлбиттә. Мәҫәлән, мәрхүмдәрҙе үҙҙәре йәшәгән йорт ихатаһында ерләйҙәр. Йәғни ишек алдында үҙҙәренең бәләкәй генә зыяраты барлыҡҡа килә.  Юлдарҙа барғанда, быға иғтибар итергә була, йорт  ихатаһында һәйкәлдәр ҡуйылған урындар бар. Шунлыҡтан бындай йорттарҙы һатып та булмай икән.

Абхазияға  барыуын барғас, уның йөҙөк ҡашы булған Рица күлен барып күрмәү мөмкин түгел, әлбиттә.  Күккә олғашҡан тауҙар фонында урынлашҡан был күл, ысынлап та, бик матур. Аҫта шундай күкһел-йәшкелт кенә булып күл ята, ә уны уратып – түбәләрендә ҡар ятҡан мөһабәт тауҙар. Иҫ киткес гүзәллек! Күлдең һыуын ошо тауҙарҙан аҡҡан ҡар һыуы тулыландырып тора, шул уҡ ваҡытта ул йылғаға ағып сыға. Тәрәнлеге яҡынса 63 метр, ҙурлығы 1,5 кв. километр. Был күлдә һыу инмәйҙәр, сөнки һыуы һыуыҡ, әммә катамарандарҙа йөҙөп матурлығын тамаша ҡылырға мөмкин. Күлгә юлда барғанда ла тәбиғәт үҙенең матурлығы менән әсир итә. Ҡайҙа бейек ҡая тауҙар,  ҡайҙа иҫ киткес йәшеллек, йүгерек тау йылғалары, тауҙы соҡоп эшләнгән тоннелдар – тирә-яҡтан күҙҙе лә алып булмай. Шулай уҡ “Ир-егеттәр йәше”, “Ҡатын-ҡыҙҙар йәше” шарлауыҡтары, Зәңгәр күлдә лә туҡтап,  тәбиғәткә һоҡланып үтергә мөмкин.

Яңы Афон мәмерйәһенә сәйәхәт тә бик матур булды. Ул үҙенең ҙурлығы, залдарының күплеге һәм бейеклеге менән хайран итте.
Ул бөтәһе 9 залдан тора, туристарҙы тик алтауһына ғына индерәләр. Әммә шуларҙы ҡарап сығыу өсөн генә лә бер сәғәттән ашыу ваҡыт китә. Дөйөм оҙонлоғо 3 километрҙан ашыу, тинеләр. Ә тәрәнлеге ингән урындан 148 метр. Мәмерйә борон-борондан төпһөҙ соҡор тип билдәле була. Әммә бер кем дә унда төшөргә баҙнат итмәй, тик 1961 йылда ғына урындағы 16 йәшлек үҫмер (әле билдәле скульптор һәм рәссам, спеология буйынса баш белгес Гиви Смыр) махсус ҡоролмаһыҙ унда төшөргә батырсылыҡ итә. Шунан башлана ла инде мәмерйәне өйрәнеү эштәре. Һәм 1975 йылдан башлап ул туристарҙы ҡабул итә башлай.
Әле иһә унда сәйәхәт итеү өсөн бөтә шарт булдырылған. Мәмерйәгә тоннель аша электр поезы алып инә. Ә залдары буйлап ҡарап йөрөү өсөн тотонғосло баҫҡыстар эшләнгән. Бик уңайлы, баҫҡыстар буйлап йөрөгәс, аҫтағы упҡынды ла күрмәйһең  Мәмерйәнең күле лә бар, сталагмиттар, сталактиттар үҙҙәренең төрлөлөгө менән күҙҙе ҡамаштыра.

Абхазияның туристарҙы йәлеп итерҙәй тарихи ҡомартҡылары күп кенә. Шуларҙың береһе – Басла йылғаһы аша һалынған аркалы күпер. Был күпер  XI – XII быуаттарҙа төҙөлгән. Уның оҙонлоғо 13 метр самаһы, киңлеге – 4 метр. Ваҡытында был йылға мул һыулы булған һәм күпер сауҙа бәйләнештәре өсөн файҙаланылған. Әле ул ғәмәлдә түгел, әммә 800 йыл ваҡыт үтһә лә, үҙенең ныҡлығын юғалтмаған.  Аркалы күперҙең таштарҙан ғына тороуы аптырата. Нисек эшләгәндәрҙер?! Уны төҙөү өсөн махсус ҡатнашма ҡулланғандар, тип тә һөйләйҙәр. 40 меңләп йомортҡа киткән, тигән легенда ла бар. Ни генә тимә, үҙенә күрә бер тарих һәм матурлыҡ булып, бөгөнгө көнгәсә ныҡ тора ул.

Ҡыҫҡаһы, Абхазияның матурлығын яҙып бөтөү мөмкин түгел, иң яҡшыһы – барып күреү.

 

АВТОР фотолары.

 

Тауҙар иле —  Абхазия
Тауҙар иле —  Абхазия
Тауҙар иле — Абхазия
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас