Башҡортостанды ҡеүәтле циклон ҡаплай

Синоптиктар ошо хаҡта иҫкәртте. Был көндәрҙә өйҙә генә ултырыу яҡшыраҡ.

Башҡортостанды ҡеүәтле циклон ҡаплайБашҡортостанды ҡеүәтле циклон ҡаплай
Башҡортостанды ҡеүәтле циклон ҡаплай

Башгидрометцентр синоптиктары Башҡортостанда 29 һәм 30 майға көн торошон фаразланы.

Бөгөн, 29 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән йәшенләп яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан уртаса тиҙлектә, көндөҙ урыны менән көслө.  Һауа температураһы төнөн +5, +10 градус, көндөҙ +15, +20 градус йылы.

Иртәгә, 30 майҙа, һауа торошо үҙгәрмәйәсәк, әммә республиканың көньяҡ-көнсығышында ҡойма ямғырҙар яуасаҡ. Һауа температураһы төнөн  +5, +10 градус, көндөҙ +15, +20 градус йылы.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас