“Салауат” компанияһы матурлыҡ өләшә

Район мәктәптәренә ярҙам акциялары дауам итә

Добавить в предпочтительные источники Google
“Салауат” компанияһы матурлыҡ өләшә“Салауат” компанияһы матурлыҡ өләшә
“Салауат” компанияһы матурлыҡ өләшә

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районы үҙәгендәге «Хазина» полилингваль мәктәбе коллективы һәм «Салауат» компанияһы хеҙмәткәрҙәре белем усағы ихатаһында ағастар һәм сәскәләр ултыртты.
— Райондың мәғариф учреждениеларына ярҙам йөҙөнән булдырылған акциялар дауам итә. Ике мәктәптә өмәләр ойошторҙоҡ. Байым урта мәктәбе биләмәһен матурлау ниәте менән гортензия сәскәләре ултырттыҡ. Был эштә сығарылыш класы уҡыусылары ҡатнашыуы әһәмиәтле булды. Асҡар ауылындағы яңы мәктәпте лә иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ, ихатаны йәшелләндереү өсөн туя, хоста һәм гортензиялар бүләк иттек, – тине өмәлә үҙе лә ҡатнашыусы «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәев. — Беҙҙең сәскәләр оҙаҡ ваҡыт матурлыҡ өләшһен, мәктәптәр биләмәһен йәмләһен.

«Хазина» полилингваль мәктәбе директоры Вәсилә Абсаҙиева «Салауат» компанияһы етәксеһе Таһир Бәхтегәрәевҡа һәм уның коллективына шәп бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе. 
— Матур сәскәләр күҙ яуын алып, балаларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә ҡыуандырыр, баҡсабыҙ тирә-яҡҡа йәм сәсеп ултырыр, — тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы. – Уҙған йылда улар балалар баҡсаһына гортензиялар бүләк иткәйне, быйыл мәктәп биләмәһен йәшелләндереүгә тос өлөш индерҙе. Бөтә коллективыбыҙ исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Автор:Динара Сафиуллина