

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты төҙөлөш эштәрен алып барғанда ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙа ғәйепләнеүсе «Энергетика» компанияһының монтажсылар бригадирына ҡарата асылған енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы. Был турала ведомствонан хәбәр иттеләр.
Үткән йылдың сентябрендә Миловка ауылындағы торлаҡ комплексының төҙөлөш майҙансығында ғәйепләнеүсе етәкселегендәге бригада манаралы кран секцияһын монтажлауҙа ебәрелгән хатаны төҙәткән. Процесты тиҙләтергә теләп, бригадир технологик регламентты һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған — кранды тигеҙләү өсөн балласт йөктө эләктерергә ҡушмаған. Дисбаланс һөҙөмтәһендә күп тонналы уҡ, машинист кабинаһы һәм монтаж обоймаһы менән бергә ергә ауған.
Кранда биш эшсе булған. Улар ҙур бейеклектән ҡолаған. Машинист менән монтажсы алған ауыр йәрәхәттәрҙән дауаханала үлгән, тағы икәүһе яраланған.
Енәйәт эше, ғәйепләү һығымтаһы раҫланып, ҡарау өсөн судҡа ебәрелгән.