Атайға күренгән өрәк

"Ғәләмәт донъя"ла тағы ла бер бик сәйер ваҡиға хаҡында хәтирә менән бүлештеләр.

Атайға күренгән өрәкАтайға күренгән өрәк
Атайға күренгән өрәк

"Сабынлығыбыҙ һаҙ яғында булды. Ауылға алыҫ та түгел, йәйәү йөрөп бесән әҙерләне ата-әсәй. Бер көн ҡараңғы төшкәнсе эшләгәндәр ҙә, әсәй ашығып алданыраҡ ҡайтырға сыҡҡан. Ауылға юл зыярат эргәһенән үтә. Сабынлыҡтан ҡайтҡас, әсәй: "Зыярат янынан үтеп барһам, юлда ҙур-ҙур туҙҙар ята! Ҡалай йәтеш булды әле, усаҡ яғырға, тип эйелгәйнем генә, билем тотто ла ҡуйҙы! Саҡ-соҡ ҡыбырлап, туҙҙарҙы ҡултыҡ аҫтына тығып алып ҡайттым барыбер" - тине. Күп тә үтмәне, атай ҙа ҡайтып етте лә, һинең эргәңдә кем тора ине ул, тип һораны. Әсәй аптырап китте, бер кем дә булманы, ти. Атай ҙа ғәжәпкә ҡалды: "Тора ине, ап-асыҡ күрҙем". Әсәйгә өрәк күренмәгән, ләкин биленә биргән шауҡымы, ә атайға ситтән һәп-һәйбәт күренгән... "

Көтәбеҙ һеҙҙе лә "Ғәләмәт донъя"ла: https://max.ru/join/jK7uiVbWrZYyGwd-_0tVSodgr06Sz2f6-z1z-uEDuBY

Фото: ИИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас