

Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары!
Исламда иң изге байрамдарҙың береһе булған Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!
Тормош нисек кенә үҙгәрмәһен, беҙҙең өсөн традицион ҡиммәттәр мәңгелек. Беҙ ата–бабаларыбыҙҙың васыятын үтәп йәшәйбеҙ - туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ, мохтаждарға ярҙамға киләбеҙ, Ватанды яҡлауға баҫабыҙ. Һәр заманда ла Башҡортостандың мосолман өммәте дини белем биреүҙе үҫтереүгә, республика халыҡтары араһында үҙ-ара ихтирамды һәм яҡшы күршелек мөнәсәбәттәрен нығытыуға әүҙем өлөш индерә. Дин әһелдәренең нәсихәттәре беҙгә һынауҙарҙы еңеп сығыуҙа рухи көс бирә. Ошо изге көндәрҙә туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың, яҡлаусыларыбыҙҙың һаулығы, республикабыҙҙың һәм дөйөм йортобоҙҙоң – Рәсәйҙең именлеге һәм сәскә атыуы өсөн Аллаһы Тәғәләгә доғалар уҡыйбыҙ. Башҡортостандың мосолман общиналарына йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары һәм йәштәрҙе тәрбиәләгәне, махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына рухи һәм гуманитар ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Ғаиләләрегеҙҙә мөхәббәт һәм татыулыҡ хөкөм һөрһөн, ә йорттар балаларҙың көлөүе менән тулы булһын! Ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм изгелектәр теләйем! Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.