Вәт, әй! Йөрө әбей-бабайға дауаланырға

Силәбе өлкәһендә "остеопат" пациенттың умыртҡа һөйәген һындырған.

Вәт, әй! Йөрө әбей-бабайға дауаланырғаВәт, әй! Йөрө әбей-бабайға дауаланырға
Вәт, әй! Йөрө әбей-бабайға дауаланырға

Мейәс ҡала суды лицензияһы булмаған иргә ҡарата, законһыҙ медицина хеҙмәттәре күрһәтеүҙә ғәйепләп,  ике йылға иркенән сикләү тураһында хөкөм ҡарары сығарған.

 

Билдәле булыуынса, 2025 йылдың ғинуарында биле ауыртыуҙан яфаланған ҡатын бер фатирға мануаль терапия сеансына килгән. "Белгес" пациенттың умыртҡа һөйәгенә йоҙроғо менән бер нисә тапҡыр һуҡҡан, был умыртҡа һөйәгенең муйын бүлегенең һыныуына килтергән.

 

Иргә шулай уҡ массаж яһау менән шөғөлләнеүҙе тыйғандар һәм унан имгәнгән ҡатындың файҙаһына 500 мең һумдан ашыу компенсация түләттергәндәр.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас