Әтнәкәле шаурма!

Өфөлә 22 йәшлек егет судҡа ғәйепләнеүсе сифатында килгән. Буш ҡул түгел. Үҙенә ашарға шаурма алған. Ә уның эсендә полиэтилен төргәктәрҙә наркотик ятҡан.

Әтнәкәле шаурма!Әтнәкәле шаурма!
Әтнәкәле шаурма!

Суд приставы шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырған. 

Ә егеткә енәйәт эшен асҡандар. Судҡа тыйылған матдәләр ташып йөрөгәс, проблемалары аҙ булған, ахыры.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас