

Башгидрометүҙәк синоптиктары һауа торошон хәбәр итте.
Бөгөн, 26 майҙа, Башҡортостанда һиҙелерлек яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, урыны менән көслө. Көндөҙ һауа температураһы +25,+30 градус буласаҡ.
Иртәгә, 27 майҙа, төндә урыны менән бер аҙ ямғыр, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән йәшенле ямғыр һәм боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көндөҙ урыны менән ныҡ көслө булыуы күҙаллана. Һауа температураһы төндә +10,+15, көндөҙ +18,+23 градус.