Беҙгә яҙған ғүмер

Беҙгә яҙған ғүмер китабының, Кәмеп бара бите һәр көндө. Был доньяла ҡунаҡ ҡына итеп, Ебәргән шул Аллаһ һәр кемде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙгә яҙған ғүмерБеҙгә яҙған ғүмер
Беҙгә яҙған ғүмер

Бына тағы бер көн артта ҡалды,
Ғүмерҙәрҙең урлап бер битен,
Киләсәккә күҙ һалырға ине,
Шул китаптың асыпбер ситен.

 

Көндө алыштырып, төнгә керҙек,...
Таң да атыр тиҙҙән алланып,
"Донья мәшәҡәте" тип әйтәбеҙ...
Йәшәгән булабыҙалданып.

 

Һыуҙай аҡҡан ғүмер ағыштарын,
Туҡтатырға юҡ шул бер сара.
Ер йөҙөнә мәңге килгән кеүек,
Донья ҡыуа бәндә-бисара.

 

... Беҙгә яҙған ғүмер китабының
һәр көн һайын бите йоҡара...
Әйтерһең дә ғүмер кисеүҙәре,
Күҙҙе асып йомған бер ара....

 

Рәмзиә Ғилемханова.

Автор:Гөлнара Солтанова