

Кисә кис туймазының янғын һүндереү бүлегенә республиканың Туймазы районы Ҡандра ауылында нефть продукттарын һаҡлау базаһы яна тигән хәбәр килә. Был хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Ваҡиға урынына тиҙ арала янғын һүндереүселәр килә. Улар килгәндә һигеҙ ер өҫтө горизонталь резервуары түгелеп янған була. Әле янғын тулыһынса һүндерелгән. Ут сығыу һөҙөмтәһендә 52 йәшлек ир зыян күрә. Ул дауаханаға ятыуҙан баш тарта. Янғын сығыуҙың сәбәбе асыҡлана.