Автомобиль йылғаға төшөп киткән

Шаһиттар тиҙ арала ҡотҡарыусыларҙы саҡыртҡан.

Автомобиль йылғаға төшөп киткәнАвтомобиль йылғаға төшөп киткән
Автомобиль йылғаға төшөп киткән

23 майҙа иртән Краснокама районында Кама ярында аңлайышһыҙ бер ваҡиға була. Йылғала батып барған автомобилде осраҡлы үтеп бврыусылар күрә, ә яр буйында өҫтәл һәм ултырғыстар торған була. Шаһиттар әйберҙәр хужаһы батып үлгән тип уйлай һәм ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр итә. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына тиҙ арала килеп еттә. Баҡтиһәң, машинала бер кем дә булмай, ә әйберҙәр хужаһы был ваҡытта өйөндә була.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас