15 миллионды - муттарға

Өфөлә ҡатын "инвестиция брокерҙарына" ышанып, 15 миллион һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡан.

15 миллионды - муттарға15 миллионды - муттарға
15 миллионды - муттарға

Өфөләге 5-се полиция бүлегенә мөрәжәғәт иткән 48 йәшлек ҡатын мутлашыусыларға 15 миллион һум аҡсаһын "инвестициялағанын" һөйләй.

Ул пластик хирургтарҙың береһенең интернет-берләшмәһендә теркәлгән булған һәм 300 мең һумлыҡ операция эшләтергә планлаштырған.
Бер көн берләшмәлә уға ят ҡыҙ яҙып, улар аралаша башлай. Тәүҙә хирург тураһында фекер алышалар, ҡыҙ бизнес асыу пландары менән бүлешә, криптовалюталағы эш хаҡы менән маҡтана. Аҙаҡ ҡатынға инвестицияларға аҡса һалырға тәҡдим итә.

Ҡатынды ҡыҙыҡтырғас, "куратор" менән таныштыра. Уныһы аҡса эшләү өсөн ҡушымта ҡуйырға ярҙамлаша, төп инструкциялар тураһында һөйләй. "Уҡыу" барышында уға старт өсөн ҙур булмаған сумма - 50 мең һум индерергә тәҡдим итәләр. Килем тураһында отчет күреп, зыян күреүсе ҙурыраҡ суммалар индерергә тотона. Бер аҙҙан бөтә булған тупланмаһын - миллиондарын биржаға һалырға ниәтләй.

13,5 миллион һум аҡсаһын алыр өсөн банк бүлексәһенә барғас, ҙур сумманы алыу маҡсаты тураһындағы һорауға фатир һатып алыу өсөн кәрәк, тип яуаплай. Был сумманы ҡатын енәйәтселәргә күсерә.

Зыян күреүсе биржа янсығынан аҡса сығарырға ҡарар иткәс, иғтибарлы, хәстәрлекле "куратор" ҡапыл тонын үҙгәртә. Ул аҡсаның "туңдырылыуын" һәм тағы ла 1 миллион һум аҡса түләргә кәрәклеген белдерә. Ҡатын, башҡа аҡсам юҡ, тигәс, уға енәйәт яуаплылығы менән янайҙар.

Ошо янауҙарҙан һуң ғына ул алдаҡ ҡорбаны булыуын аңлай, полицияға ашыға.

Был факт буйынса РФ ЕК 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: бер ҡасан да һәм бер кемгә лә «гарантияланған» килем өсөн аҡса күсермәгеҙ. Интернетта сит кешеләргә ышанмағыҙ. Мессенджерҙарҙа «трейдерҙар»ҙың һәм «эш хаҡы буйынса белгестәр»ҙең шылтыратыуҙары, хәбәрҙәре — аферистарҙың төп эш каналы. Бындай һөйләшеүҙәрҙе шунда уҡ туҡтатығыҙ! Тикшерелмәгән ҡушымталарҙы урынлаштырмағыҙ һәм шикле сайттарҙа теркәлмәгеҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас