+22 °С
Ямғыр


Һыу инеү сезоны асылманы, һыуға батып үлеүселәр арта.
Бөгөн Дим биҫтәһендә бер ир күлгә һикергән һәм сыҡмаған. Уны күргән кешеләр ҡотҡарыу хеҙмәтен саҡырған. МЧС хеҙмәткәрҙәре һыуҙан йәнһеҙ кәүҙәне генә сығарған.
Кисә Шишмә, Дүртөйлө райондарында һыуҙа ике үҫмер батып үлгәйне.
Көндәр эҫе тора, халыҡ йылға-күл буйҙарына ашыға. Һыуҙа һаҡ булығыҙ!