

Тикшереү материалдарына ярашлы, мутлашыусылар үҙҙәрен посылка килтереү хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре итеп таныштырып, ҡыҙҙан СМС-кодты алып, «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә уның профилен ватҡан. Һуңынан уға, йәнәһе лә, аккаунтын тергеҙеү өсөн, «ҡыҙыу элемтә»нең ялған номерын бирәләр.
Артабан енәйәтселәр ҡыҙҙы тулыһынса үҙҙәренә буйһондора.
Оператор етәкселегендә ҡыҙ тәүҙә Нижневартовскиҙа егетенең ата-әсәһе йортон "ҡарап тентеп сыҡҡан", һуңынан кураторҙарҙың ҡушыуы буйынса Өфөгә осҡан. Самолетҡа билет, эш ҡоралдары өсөн аҡсаны мутлашыусылыр биргән.
Ә был мәлдә муттар Өфө районында йәшәүсе икенсе ҡатынды эшкәрткән. Уны ла яҙыҡ эштә ҡатнашырға мәжбүр итәләр - яҡындары тураһында мәғлүмәт бирергә, бай туғандарының өйөнә барып, тәҙрәне асырға ҡушалар.
Нижневартовск ҡалаһынан килгән ҡыҙ зыян күреүсенең туғаны алдан асҡан тәҙрә аша Өфө районы биләмәһендәге йортҡа инә. Сейфтан ҡиммәтле нәмәләр, аҡса, сит ил валютаһы һәм алтын иретмәне алып, уларҙы Ҡазандағы ломбардҡа тапшыра. Шунан һуң йыйылған аҡсаны өс этапта курьерҙарға бирә.
Суд тарафынан ғәйепләнеүсе ағымдағы йылдың 15 июленә тиклем һаҡ аҫтына алынған.
Фото һәм видео: БР Судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәте.