

Әлегә билдәле булыуынса, бөгөн иртәнге сәғәт етеләр тирәһендә Ҡалтасы районында, Краснохолмский–Нефтекама автомобиль юлының 18-се километрында, 20 йәшлек егет идара иткән «Ретуро Кросс» питбайкы юлдан осҡан.
18 йәшлек пассажир егет юл-транспорт ваҡиғаһы урынында вафат булған, төрлө йәрәхәттәр алған водитель дауаханаға оҙатылған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре аварияның сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: БР ДАИ.