«Ирекмәндәр яугирҙарҙың ихтыяжы буйынса ғына эшләһен»

Фронттан килгән һәр яңылыҡ танһыҡ. “Юлдаш” радиоһының “Журналист- ирекмәндәр” төркөмө ошо көндәрҙә ялда булған  БР Башлығының хәбиҙәр менән бәйләнеш мәсьәләләре буынса  кәңәшсеһе Алик Камалетдинов, Миңлеғәле Шайморатов батальонынан “Сәлим” позывнойлы яугир, МХО ветераны  Рәжәп Арыҫланов  журналистар, ирекмәндәр  менән осрашты. Бөгөн фронтҡа ирекмәндәрҙән ниндәй ярҙам кәрәк? Ни өсөн юғалған хәрбиҙәрҙе оҙаҡ таба алмайҙар? Ниңә яугирҙы ваҡытында ялға ебәрмәйҙәр? Осрашыуҙа ҡатнашыусылар ошо һәм башҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап эҙләне.  

«Ирекмәндәр яугирҙарҙың ихтыяжы буйынса ғына эшләһен»«Ирекмәндәр яугирҙарҙың ихтыяжы буйынса ғына эшләһен»
«Ирекмәндәр яугирҙарҙың ихтыяжы буйынса ғына эшләһен»

 

Алик Камалетдиновтың белдереүенсә, һуғыш тактикаһы хәҙер күпкә үҙгәргән.  Хәҙер яуҙа күберәк пилотһыҙ осоусы аппараттар бөгөн  әүҙем ҡулланыла. Һөжүмгә барғанда иң тәүҙә БПЛА операторҙары был урынды тикшерә, штурмлаусылар һуңынан ғына инә.  Шуға ла хәрби заданиеларҙы үтәү өсөн фронттың төрлө участкаһында пилотһыҙ осоусы апаппараттарҙың эшен әүҙемләштереү , частарҙа  ошо подразделениеларҙы әҙерләү бурысы тора.  Ир-егеттәр контракт хеҙмәтенә теләп яҙыла.

Яугирҙарҙы әҙерләү подразделениеһы офицеры «Сәлим» РФ Оборона министрлығы хәҙер личный составты әҙерләү ваҡытын 25 көнгә тиклем оҙайтыуын хәбәр итте. Элек был ваҡыт 14 көн генә булған. Ә штурм подразделениелары бер ай әҙерлек үтә. Был үҙгәрештәр ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҡалмаған. Фронтта ҡорал да, хәрбиҙәргә кейем дә, ашарға ла етә. Төп бурыс – шәхси составты әүҙем формалаштырып,  хәрби әҙерлекте дөрөҫ ойоштороу.

Лилиә Фазулова:

– Ирем мобилизацияға эләккәйне. Хәҙер бер йылға контракт төҙөгән. Ул ваҡыты тулыу менән ҡайта аламы?

Алик Камалетдинов:

– Мобилизацияланған хәрбиҙәрҙең бөтәһенә лә контракт төҙөргә тәҡдим иттеләр. Сөнки улар контрактсылар кеүек түләү алманы. РФ Президенты Указына ярашлы, һуғыш барғанда хәрбиҙең контракты тулһа ла, ул автоматик рәүештә оҙайтыла.

Әнисә Муллағолова:

– Улым 3 йыл да 8 ай һуғышта йөрөй. Уларға йылына бер тапҡыр беҙҙең шифаханаларға путевка бирелә. Шуны ике мәртәбә итеп эшләп булмаймы?

А.Камалетдинов:

–  Социаль яҡлау саралары оҙайтылды: яугир йылына ике мәртәбә ял итергә хоҡуҡлы. Үҙҙәре шифаханаға бара алмаһа, ата-әсәләрен, ҡатындарын ебәрә алалар.

Ә.Муллағолова:

– Отпусктары ла бик аҙ. Ике аҙнала ял итеп тә өлгөрмәйҙәр…

Алик Камалетдинов:

– Әгәр фронт йүнәлешендә хәл киҫкен тора икән, отпуск биреүҙе кисектереп тороуҙары ла ихтимал. Ҡайһы берәүҙәр шулай ярты йылға бер мәртәбә бирелгән ялын да ала алмай. Мөмкинлек булғанда, ялға ебәрәләр. Ғаилә хәле буйынса ла өйҙәренә ҡайтыу хоҡуғы бирелә. Етәкселек бындай осраҡта  балаһы тыуғанда ғына  ял бирергә ярата.

«Сәлим»:

– Отпуск ваҡытын армия командующийы билдәләй. Бригада командиры уны хәл итә алмай. Әле миңә , мәҫәлән, операция яһатыу, диплом яҡлау өсөн 30 көн ял бирҙеләр. Фронттағы эшем яуаплы, шуға ла мин бер ай ял итә алмаҫмын, ҡабат саҡыртыуҙары ла ихтимал, тип уйлайым. Былтыр коллегаларымды ла шулай саҡырғайнылар. Былтыр ни бары 15 көн генә өйҙә ял иттем. Һуғыш бөтөр, ял итербеҙ әле.

Дарья Святохина:

– Яугирҙарға аныҡ ҡына ниндәй ярҙам кәрәк?

А. Камалетдинов:

– Тәүге айҙа беҙгә бөтә нәмә лә кәрәк ине. Хәҙер бер һуғыш шарттарында йәшәргә өйрәндек. Бөтә нәмәбеҙ ҙә бар тиерлек. Беҙгә транспорт, уға запас частәр, тепловизорҙар, квадрокоптерҙар кәрәк. Улар – тиҙ сафтан сыға торған әйберҙәр. Мәҫәлән, «Мавик»(дрон-разведчик) 3 – 4 көн генә осоп йөрөй ала. Шуға егеттәр нимә һорай, шуларҙы ғына ебәрегеҙ.

– БПЛА операторҙарына, медицина роталарына ҡыҙҙарҙы алалармы?

– Мин гел генә, һуғыш – ҡатын-ҡыҙҙың эше түгел, тип әйтергә яратам. Алғы һыҙыҡта ҡыҙҙарға эшләүе ауыр. Улар тылдағы хәрби госпиталдәргә эшләргә бара ала.

«Сәлим»:

– Ҡыҙҙар һуғышҡа барырға атлығып тора. Кемгәлер ир-ат иғтибары ла, мажаралар ҙа етмәйҙер бәлки. Фронтта ҡатын-ҡыҙҙың йөрөүе беҙгә лә ауырлыҡтар тыуҙыра, үҙҙәренә лә ялан шарттарында йәшәргә өйрәнеүе ҡыйын. Кларға айырым йәшәү өсөн шарттар ҙа булдырырға кәрәк. Фронт көсһөҙ заттың урыны түгел ул.

– Хәбәрһеҙ юғалғандар күп. Йылдар буйына атайҙарын, ирҙәрен, ҡустыларынан хәбәр көтөп йәшәгәндәр бар. Юғалған хәрбиҙе эҙләү өсөн эште ниҙән башларға?

Алик Камалетдинов:

– Яугир хәрби задание ваҡытында юғалһа, уның ғаиләһенә хәрби частан извещение ебәрелә.  Яҡындары «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондына барып, ДНК анализын тапшырырға тейеш. Ошо  анализ базаға индерелә һәм Дондағы Ростовтағы мәйетханаға ебәрелә. Командирҙар юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләмәйҙәр, тип уларға ғәйеп ташлаусылар бар. Бының менән килешмәйем. Оператив хәл мөмкинлек биргәндә эҙләүҙәр һәр саҡ алып барыла. Хәбәрһеҙ юғалғандар менән бәйләнеш өҙөлгән урындар геометка менән билдәләнгән. Уларҙың яҡынса ҡайҙа һәләк булған урындары билдәле. Әгәр ҙә был урында дошман дрондары туҡтауһыҙ оса икән, унда кешене эҙләргә барып булмай. Шайморатов батальонында ла беҙ бер хәрбинең мәйетен алырға барғанда, дүрт кешене юғалтҡайныҡ шулай.

Гөлдәр Сибәғәтуллина, волонтер:

–  Беҙ, «Тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан» ирекмәндәре , тепловизион юрғандар тегергә уйлайбыҙ. Технологияһын белергә кәрәк ине…Әле БПЛА операторҙарына рюкзактар ҙа тегәбашланыҡ.

 

«Салим»:

– Хәҙер ул юрғандарға ихтыяж юҡ. Беҙ уларҙың биш процентын ҡулланабыҙмы, юҡмы инде. Яугирҙар «пончо» ( тепловизорҙан һаҡланыу өсөн кейем) ҡулланалар. Әммә уларҙы плащ формаһында түгел, аяҡҡа кейҙерелә торған итеп эшләргә кәрәк. Прогресс шул тиклем тиҙ үҫешә, бөгөн ул әйбер дошман күҙенән һаҡлай икән, иртәгә  һаҡламаҫҡа ла мөмкин. Шуға ла, ирекмәндәр етәкселәре, командирҙар менән бәйләнештә тороғоҙ. Улар нимәләрҙе, ниндәйҙе һорай, шуны эшләгеҙ, һынау өсөн тәүҙә бер генә өлгөһөн булһа ла ебәреп ҡарағыҙ. Юғиһә, аҡса әрәм итеп, кәрәкмәгән әйбер тегәсәкһегеҙ, тип әйтергә теләйем. Рюкзактарығыҙҙың берәй өлгөһөн алып китермен. Яугирҙар ҡулай күрһә, тегерһегеҙ. Ирекмәндәр, даими ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә яугирҙарҙан ҙур рәхмәт. Тылыбыҙ бар, тылыбыҙ ныҡ , ул һәр саҡ беҙҙең менән!

Һаҡланыу селтәрҙәре үреү буйынса кәңәш бирергә теләйем. Беҙгә ҡыш айҙарында аҡлы -ҡаралы, йәй башында – асыҡ йәшел, июль-авгусҡа ҡуйы йәшел, көҙгөлөккә һары-һоро төҫтәрҙәге һаҡланыу селтәрҙәре кәрәк.

Алик Камалетдинов:

– Һәр полкты ирекмәндәр үҙҙәренә бүлешеп алып бөткән. Улар хәҙер заявкалар буйынса ғына эшләргә өйрәнде. Мәҫәлән, беҙҙең «Башҡортостан» полкы өсөн Бүздәк районы ирекмәндәре тегә. Улар, бөгөн тәүҙә һеҙгә ниндәй һаҡланыу селтәре кәрәк, тип өлгөләрҙе ебәрә лә, беҙ нимәне әйтәбеҙ, шуны ғына тегә. Әйткәндәй, кәрәкле әйберҙәрҙән әле вайфай өсөн 8 мм-лы сымдарға ихтыяж бар.

Әнисә Муллағолова:

– Ни өсөн жетон урынына хәҙер хәрбиҙәр тәненә лә  жетон һандарын татуировка итеп яҙҙыра башланы? Мәҫәлән, мосолмандарға ул бөтөнләй ярамай? Әммә улым кәрәк булғас, яҙҙырҙы инде…

«Сәлим:

– Жетон хәрби һәләк булған ваҡытта уның шәхесен асыҡлау өсөн кәрәк. Әммә шартлау ваҡытында кешенең муйын һөйәге тиҙ генә һына, башы ысҡына, жетон юғала. Кеше күп ҡан юғалтҡас, тире һөйәккә йәбешеп кибә. Йыллап ятһа ла, ул боҙолмай, татуировка эҙҙәре тәндә асыҡ күренә, хәрбинең кем икәнлеген асыҡлап була. Хәрби бит яу эсенә документтары менән инмәй.

Ынйы Гаррапова:

– Алик Финзирович, хәл ителәһе мәсьәләләре килеп тыуһа, һеҙ хәрбиҙәрҙең ғаиләләрен ҡабул итеүҙәр ойоштораһығыҙмы? Һеҙгә нисек мөрәжәғәт итергә була?

Алик Камалетдинов:

– «Бәйләнештә» селтәрендә минең битләүем һәр кем өсөн асыҡ. Һорауҙарығыҙ булһа, яҙығыҙ. Мотлаҡ яуап бирәм. Социаль селтәрҙе тик үҙем генә алып барам, ярҙамсыларым юҡ.

                                                                                                З.ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.

«Ирекмәндәр яугирҙарҙың ихтыяжы буйынса ғына эшләһен»
«Ирекмәндәр яугирҙарҙың ихтыяжы буйынса ғына эшләһен»
«Ирекмәндәр яугирҙарҙың ихтыяжы буйынса ғына эшләһен»
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас