Башығыҙ ауыртһа...

Кемдәр баш ауыртыуы менән ыҙалана, түбәндәге рецепт буйынса әҙерләнгән дарыуҙы эсеп ҡарағыҙ. Айырыуса ҡан тамырҙары ҡыҫылғанда файҙаһы тейә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башығыҙ ауыртһа...Башығыҙ ауыртһа...
Башығыҙ ауыртһа...

 Уны әҙерләү өсөн 100-әр мл – эвкалипт, бесәй үләне (валериан), арыҫлан ҡойроғо (пустырник), энәлек (боярышник), 50-шәр мл дөр-дөр сәскә (пион уклоняющийся), бөтнөк үләне (мята) төнәтмәләре, 10 бөртөк ҡәнәфер (гвоздика), бер ҡалаҡ бал һәм 10 г имбир кәрәк. Был үләндәрҙең төнәтмәләре дарыуханала һатыла. Шуларҙың барыһын үтә күренмәгән шешәгә бушатып, 25 көн төнәтергә. Ваҡыты-ваҡыты менән шешәне һелккеләп, буташтырып торорға онотмағыҙ. Һуңынан һөҙөп алып, иртәле-кисле 25-әр тамсы эсергә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина