Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Имен-һау йөрө, "Племяш"!  

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

«Махсус хәрби операциялағы егеттәрҙең алғы һыҙыҡтағы батырлыҡтары тураһындағы һәр хәбәр ғорурлыҡ уята.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән яҡташыбыҙ, «Племяш» позывнойлы яугир яуҙа  күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы  өсөн Изге Георгий орденының отличие  билдәһе – IV дәрәжә Георгий Тәреһе менән бүләкләнде. Был – ҙур хәрби наградаларҙың береһе. БПЛА операторы  РФ Оборона министрлығының  «Хәрби отличие өсөн», «Миналарҙан таҙартҡан өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән булған.

Герой 2024 йылдан алып һуғышта, танкҡа ҡаршы дивизионда хеҙмәт итә.

Еңеү менән көтәбеҙ һине, «Племяш!»– тип яҙған Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс  Ямалиев.

 

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте сайтынан.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас