Урманға бармай тороғоҙ!

Янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында республикала 23 майҙан алып 31 майға тиклем урманға йәйәү килеш тә, транспортта ла инеү тыйыла.

Урманға бармай тороғоҙ!Урманға бармай тороғоҙ!
Урманға бармай тороғоҙ!

Был турала БР Урман хужалығы министрлығы белдерҙе:

- Урмандарҙа янғын хәүефе класының артыуына бәйле Һәм Башҡортостан Республикаһы урман фонды биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында 2026 йылдың 23-31 майында граждандарҙың урманға йөрөүен, шул иҫәптән транспорт сараларында инеүен сикләү режимы индерелә. Был сара мәжбүри һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Сикләүҙәр граждандарҙың бөтә категориялары, шул иҫәптән туристар һәм һунарсылар өсөн мотлаҡ характерҙа. Урман үҫентеләрен ҡуртымға алыу йәки һатып алыу-һатыу килешеүҙәре сиктәрендә урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыусы кешеләргә генә был ҡағиҙәгә ҡағылмай. Сикләүҙәр ғәмәлдә булған осорҙа контроль көсәйтелгән режимда тормошҡа ашырыласаҡ. Патруль-маневр төркөмдәре билдәләнгән режимды боҙоуҙы туҡтатыу өсөн урман фонды биләмәләрен тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүгә күсә. Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы төбәктә йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы аңлы рәүештә эш итергә һәм урманға барыуҙан тыйылырға саҡыра.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сикләүҙәр ғәмәлдә булған осорҙа урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу административ һәм енәйәт яуаплылығына килтерә.

Хәл киҫкенләшкән осраҡта сикләү режимының оҙайтылыуы мөмкин. Янғын сыҡҡанда шунда уҡ Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14; урман һағының тура линияһына 8 (800) 100-94-00 телефондары буйынса хәбәр итегеҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас